Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
9 Февраль 2023, 16:00

"Иремде ерләгәндә лә ярҙам иттеләр..."

Өс сабый әсәһе Әлиәне бала табыу йортонан барып алғандар.

"Иремде ерләгәндә лә ярҙам иттеләр..."
"Иремде ерләгәндә лә ярҙам иттеләр..."

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Шишмә районындағы урындағы бүлексәһенең Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эше менән танышыу бүлексә секретары, Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуынан башланды. Әңгәмә барышында ул район хакимиәте менән Ирекмәндәр штабының яугирҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән берлектәге эшен ойоштороу тураһында һөйләне.

“Муниципалитет һәм ирекмәндәр генә түгел, тотош район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар хәйриә фондын тулыландырыуҙа әүҙем ҡатнаша, был, үҙ сиратында, кәрәкле техник саралар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм транспорт һатып алырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, районда маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса 20 нөктә эшләй. Умартасылар йәмғиәте лә эштән ситтә ҡалманы. Улар тоннанан ашыу бал ебәрҙе. Районыбыҙҙа яҡташтарына күңел йылыһын еткереү өсөн мөмкин ҡәҙәр ярҙам итергә тырышҡан кешеләр бик күп”, – тине осрашыуҙа Ришат Мансуров.

Ирекмәндәр штабы секретары Ильвина Байбурина штаб эше тураһында телмәр тотто.

“Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән көндән үк беҙҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе ҡарамағында мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Шайморатов штабы ойошторолдо. Бөтә социаль селтәрҙәр аша уны асыу тураһында иғлан тараттыҡ, һәм шунда уҡ шылтыратыуҙар килә башланы. Мөрәжәғәт иткәндәрҙе тәү сиратта льготалар, посылкаларҙың ҡасан ебәрелеүе, уларға нимә һалырға кәрәклеге борсой ине. Әле иһә көнкүреш мәсьәләләренә ҡағылған үтенестәр күберәк. Беҙ башҡа хеҙмәттәр менән берлектә урынға барып, тейешле эштәрҙе башҡарабыҙ. Мәҫәлән, ике сабыйы булған ҡатын балаға тәүге кәрәк-яраҡты килтереүҙе һораны, һуңыраҡ уға һөт кухняһынан аҙыҡ-түлек, поликлиниканан рецептар алып барҙыҡ”, – тине ул.

Мобилизацияланған Рәсим исемле егеттең әсәһе Ирекмәндәр штабына рәхмәт әйтте.

“Улым октябрҙә мобилизацияланды, яңғыҙ ҡалдым. Ҡыйынлыҡтар тыуһа, Ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итәм, улар миңә һәр саҡ ярҙамға килә. Кисә мунсаға утын килтерҙеләр, уға тиклем ҡыйыҡтағы боҙҙо төшөргәйнеләр. Иремде ерләгәндә лә ярҙам иттеләр: машина, ҡар таҙартыу өсөн трактор бирҙеләр. Шайморатов ирекмәндәре бик иғтибарлы, һәр саҡ шылтыраталар, хәлемде белешәләр. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт”, – тине әсә.

Йәнә бер яугирҙең хәләл ефете, өс сабый әсәһе Әлиә лә штаб ирекмәндәренең уға даими ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Улар кәрәкле документтарҙы юллауҙа булышлыҡ иткән, бала табыу йортонан барып алған, янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйған, өлкән сабыйын яҡындағы балалар баҡсаһына күсерергә ярҙам иткән.

“Өйҙә электр ҡаҙанлығы ватылғас, ярҙам һорап Ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итергә тура килде. Хакимиәт менән мәсьәләне тиҙ арала хәл иттеләр. Улар яңы ҡаҙанлыҡ алып ҡуйҙы. Күптән түгел мунсаға утын килтерҙеләр. Әленән-әле шылтыратып, хәлде белешәләр, ниндәй ҙә булһа ярҙам кәрәкмәйме, тип ҡыҙыҡһыналар”, – тине Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон ирекмәненең ҡатыны Ольга.

Шишмә районының әүҙемселәре, ирекмәндәре һәм хәлгә битараф булмаған кешеләр үҙҙәренең көндәлек эше тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ирекмән Ринат мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итә: ҡыйыҡты, йорт ихатаһын ҡарҙан таҙарта, аҙыҡ-түлек килтерә, утын яра.

“Көн һайын 10 кубометр самаһы утын ярып, мобилизацияланғандарҙың һәм ирекмәндәрҙең ғаиләләренә таратабыҙ. Был йәһәттән беҙгә Шайморатов штабы һәм район хакимиәте ярҙам итә”, – тине “Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Рәдиф Ғаззалов.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре лә дөйөм ярҙам сараларынан ситтә ҡалмай.

“Мобилизацияланғандарҙың, контрактсыларҙың әсәләре һәм Келәш ауылы халҡы менән ҡалышмаҫҡа, яугирҙәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итергә булдыҡ. Беҙ маскировка костюмдарын тегәбеҙ. Был йәһәттән район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе булышлыҡ күрһәтә. Улар эш өсөн селтәрҙәр һәм таҡталар менән тәьмин итте. Буш ваҡытта күптәр ярҙамға килә”, – тине яугир әсәһе Гүзәл.

Бынан тыш, төрлө профилле хеҙмәттәр һәм ведомстволар ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәте мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр ғаиләләренең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

“Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн уҙғарылған иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт килә: янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларының эшләү-эшләмәүен тикшерәбеҙ, яңыһын ҡуябыҙ, электр сымдарын ҡарайбыҙ, ғаиләләргә хәүеф янамаһын өсөн инструктаж үткәрәбеҙ”, – тине Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынды иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы Ильхомжон Ачилов.

Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре һәм Шишмә районы халҡы илебеҙҙең именлеген һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә артабан да ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу даими ойошторола. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына килтерергә мөмкин. Ирекмәндәр штабына көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 800 201 89 03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: bashkortostan.er.ru

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: