Башҡортостанда йәшәгән һәр кем үҙенең социаль яҡтан мөһим, халыҡ өсөн файҙалы проектын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән ҙур аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Быны Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. Нисекме? Хәҙер барыһын да аңлатабыҙ!
Башҡортостан Башлығы гранттары
Шулай итеп, 1 февралдән Башҡортостан Башлығы гранттары фонды беренсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башланы. Конкурста республиканың гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм 2023 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнаша ала. Конкурс тәүге тапҡыр яңы мини-гранттар форматында уҙғарыла.
Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсын үткәреүҙең яңы форматы коммерцияға ҡарамаған йәш ойошмаларға ярҙам итеү, халыҡтың урындағы социаль проблемаларын хәл итеү, шулай уҡ алдан грант ярҙамын ала алмаған ойошмаларға үҫешергә һәм үҙ идеяларын бойомға ашырырға мөмкинлек биреү өсөн һайланған.
Конкурста ғариза биргән мәлгә кәмендә өс ай дәүләт теркәүе үткән, шулай уҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 1 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды, Президент гранттары фонды һәм Президенттың Мәҙәни башланғыстар фонды конкурстарында еңеүсе булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыусы дәғүә итә алған максималь сумма – 500 мең һум. Дөйөм бюджет 25 миллион һум тәшкил итә.
Бәйгеселәр ғаризаларҙы ун йүнәлеш буйынса бирә ала:
- граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау;
- ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;
- мәҙәниәт һәм сәнғәт;
- тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу;
- граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү;
- кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, шул иҫәптән тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау;
- һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау;
- фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу, хайуандарҙы яҡлау;
- милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 февралдән 2 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк. Бының өсөн махсус сайтҡа инергә кәрәк: https://грантыглавы102.рф.
Проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт, конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://грантыглавы102.рф/pages/bashkortostan/contest1-2023.
2023 йылда Башҡортостан Башлығының гранттар фонды бөтәһе биш конкурс уҙғарырға ниәтләй: гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырыуға ике конкурс (уларҙың берәүһе мини-гранттар форматында уҙғарыла), республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы гранттарын биреүгә, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә республика Башлығы гранттары конкурсын, шулай уҡ кинематография өлкәһендә социаль проекттарға ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырыуға конкурс.
Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм оҙатыу бүлеге: 7 903-311-69-37.
Финанс бүлеге: 7 967-453-92-72.
Белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге: 7 967-453-92-59.
Рәсәй Президенты гранттары
Республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы икенсе президент гранттары конкурсында ла ҡатнаша ала. 1 февралдән 15 мартҡа тиклем Президент гранттары фонды социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан 2023 йылда гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Президенты гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итә.
Ғаризалар президентскиегранты.рф сайтында электрон төрҙә ҡабул ителә, конкурс еңеүселәре июндә билдәләнә, ярҙам күрһәтелгән проекттарҙы финанслау 1 июлдән башлана.
Конкурста ҡатнашҡан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн шарттар бар:
- заявкалар ҡабул итеү тамамланыуға бер йыл ҡалғас, ә 500 000 һумға тиклем грант һорағанда (“ресурс үҙәктәренән” башҡа) ярты йылдан да һуңға ҡалмайынса теркәлеүселәр;
- эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында суд ҡарары ғәмәлдә булмаған, уны бөтөрөү, бөлгөнлөккә төшөрөү процесында булмағандар;
- 1000 һумдан ашыу күләмдә һалым һәм бюджетҡа башҡа түләүҙәр буйынса кисектерелгән бурыстары булмағандар;
- ойоштороусылар араһында дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары булмағандар.
Ғаризалар ун бер грант йүнәлеше буйынса ҡабул ителә:
- социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау;
- граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау;
- ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;
- йәштәр проекттарына булышлыҡ итеү;
- фән, мәғариф өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү;
- тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу;
- кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, шул иҫәптән тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм хайуандарҙы яҡлау;
- милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу;
- ижтимағи дипломатияны үҫтереү һәм ватандаштарға булышлыҡ итеү;
- граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү.
Конкурста ҡатнашыу шарттары менән президентскиегранты.рф сайтында баҫылған Положениеның һылтанма буйынса “Конкурстар” бүлегендә танышырға мөмкин.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге һәр ваҡыттағыса конкурста ҡатнашыусыларға бушлай мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтәсәк.
Февралдә үҙәк эксперттары – президент гранттары конкурсында бер нисә тапҡыр еңеүселәр конкурста ҡатнашыусылар өсөн бушлай проекттарҙы ситтән тороп ҡарай – бының өсөн ойошманы һәм бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтеп, тултырылған заявканы [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк, яуап итеп заявканы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәреләсәк.
Ғаризаларҙы экспресс-ҡарау, шулай уҡ конкурсҡа өйрәтеү саралары графигы Йәмәғәт палатаһы сайтында “яңылыҡтар” бүлексәһендә һәм Ресурс үҙәгенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә (https://vk.com/nko_rb) урынлаштырыласаҡ.
Барлыҡ өҫтәмә һорауҙар өсөн телефон: 8 (347) 218-12-52.
Конкурста ҡатнашыу тураһында күпселек һорауҙарға яуаптарҙы фондтың поддержка.президентскиегранты.рф. сайтындағы “Ярҙам үҙәге”ндә табырға мөмкин
Башҡортостан һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә
Шуны белеп тороғоҙ, Башҡортостан – һуңғы биш ярым йылда президент гранттары конкурсында еңеүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында.
2023 йылғы беренсе Президент гранттары конкурсы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан 57 проект 55 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы отҡан. Беҙҙең республика илдең бөтә төбәктәре – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан ғаризалар һаны буйынса конкурста ҡатнашыусылар араһында беренсе урын алды, ә еңеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр рейтингында бишенсе урында (Мәскәүҙе иҫәпкә алмағанда).
Эйе, Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары был юлы ла әүҙемлек күрһәтер һәм еңеүҙәр яулар, тип ышанабыҙ. Әгәр һеҙҙең дә теләгегеҙ бар икән, бәйгегә рәхим итегеҙ.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА