Бының өсөн ике килограмм балыҡ, 400 грамм ҡаймаҡ, 150 грамм сыр, ике йомортҡа, өс баш һуған, үҫемлек майы, гәрсис, әнис, тәмләткестәр, он, тоҙ кәрәк.
Әҙерләү:
Балыҡты йыуып таҙартып киҫәктәргә бүләбеҙ. Тоҙ менән тәмләткестәрҙе, ондо бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа балыҡты унда әүәләп формаға теҙәбеҙ. Һуғанды турап үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Ҡаймаҡты йомортҡа, гәрсис, киҫелгән әнис, тоҙ, ҡыҙҙырылған һуған ҡушып һәйбәтләп бутап балыҡҡа һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр өҫтәйбеҙ. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: novyefoto.ru