Салауат районының Миәшәгәр ауылынан ефрейтор Салауат Сафин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән наградланған. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Республикаға идара итеү үҙәгенән, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә таянып, хәбәр иткәндәр.
Салауат Сафин был наградаға командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм хәрби хеҙмәтте үтәгәндәге ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булған.
“Ҙур уңыштар артында – һәр ваҡыт ҡаһарман кешеләр! Үҙ илен намыҫ менән һаҡлаған егеттәребеҙҙең булыуы менән ғорурмын. Рәхмәт хатын алыуы менән ҡотлайым! Киләсәктә ул алдағы уңыштар өсөн стимул булһын! Һәм Салауат менән замандаштары ғына түгел, киләсәк быуын вәкилдәре лә ғорурланасаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ул – лайыҡлы миҫал. Ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерәм!” – тип яҙған Салауат районы хакимиәте башлығы.
Фото: Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.