Кисә Өфөнән махсус хәрби операция барған зонаға сираттағы гуманитар ылау юлланды. Уға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары башланғысы буйынса һәм уларҙың аҡсаһына алынған әйберҙәр тейәлгән ҙур йөк машинаһы ла инә. Ҙур фураға УАЗ автомобиле, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн төрлө кәрәк-яраҡ һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән.
– Махсус операцияла коллегабыҙ – депутат Булат Йомаҙилов та ҡатнаша, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Беҙ уның яҙмышын күҙәтеп барабыҙ. Мөмкинлек булғанда Булат Ғүмәр улы беҙҙең менән бәйләнешкә сыға. Бөгөн беҙ оҙатҡан йөк уның үтенесе буйынса ул хеҙмәт иткән подразделение ихтыяждары өсөн йыйылды. Депутаттар яугирҙәр һораған нимәләрҙе – юлһыҙ ерҙән үтә алған УАЗ автомобиле, запас частар, 60 комплект хәрби кейем, термокейем, медикаменттар, аҙыҡ-түлек - һатып алды. Әле киләһе йөктө әҙерләйбеҙ. Тепловизорҙар, башҡа төрлө техник ҡорамалдар һатып алабыҙ.
Гуманитар колоннаны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып бара.
Бөгөн хәрби хәрәкәттә башҡалар менән бергә төрлө кимәлдәге депутаттар, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре лә ҡатнаша.
– Яугирҙәребеҙҙе иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡанын көтәбеҙ, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғылы хәбәрҙәр ҙә килә, – тине парламент Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров. – Балтас районының Көндәшле ауыл Советы депутаты Денис Пихтовников батырҙарса һәләк булды. Был беҙҙең өсөн ауыр юғалтыу. Шул уҡ ваҡытта күңелдәрҙә еңеүҙе яҡынайтыу теләге көсәйгәндән-көсәйә. Ғәҙеллек тантана итер, махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшелер.
Фото: gsrb.ru
Сығанаҡ: gsrb.ru