Үткән аҙнала Өфө ҡалаһынан 25 ирекмәндән торған эҙләү-ҡотҡарыу командаһы ер тетрәүҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн Төркиәгә юлланғайны. Үҙ бурысын үтәгәндән һуң, ҡотҡарыусы ирекмәндәр бөгөн өйҙәренә ҡайта. Эш ваҡытында улар 6 кешене ҡотҡарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә һәләк булған 54 кешенең кәүҙәһен сығарғандар. Был хаҡта үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрҙеге сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Истанбул урамдарында беҙҙең егеттәрҙе сәләмләп, уларға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Аэропортта иһә хөрмәт йөҙөнән тантаналы рәүештә оҙатып ҡалдылар.
Мәғлүмәт: vk.com/radiyhabirov
Фото һәм видео: vk.com/goskomitetrb?from=quick_search