Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
17 Февраль 2023, 23:10

Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары

Улар - Башҡортостанда тыуып үҫеп, бөтә ғүмерен бөйөк эшкә - Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙ.

Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары

Рәсәй Геройҙары - полковник Владимир Ришадович Әлимов, генерал-майор Сергей Заһит улы Тулин, полковник Рөстәм Максович Клупов, шулай уҡ контр-адмирал Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Стәрлетамаҡта булды. Сара ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге инициативаһы буйынса ойошторолдо.

Ҡунаҡтар ҡаланың уҡыу йорттарында уҡыусылар һәм студенттар менән осрашты, Батырлыҡ дәрестәре үткәрҙе, хәрби хеҙмәткә саҡырылыш тураһында һөйләне, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Рәсәй Геройҙары булып китәләрме, әллә тыуалармы? Кемдәрҙе илдең патриоты тип атарға мөмкин? Рәсәй Геройы исеме ниндәй бурыстар ҡуя? Стәрлетамаҡ уҡыусыларын һәм студенттарын ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.

Шулай уҡ был көндә абруйлы ҡунаҡтар һәм хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов «Мәңгелек ут» мемориаль комплексына һәм яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалды. Улар тыныс күк йөҙөн һаҡлап ғүмерен биргән Стәрлетамаҡ хәрбиҙәрен хөрмәтләп иҫкә алды.

Кисә аҙағында ҡунаҡтар  Ҡала мәҙәниәт һарайында «Ҡара береттар» төркөмөнөң концертында ҡатнашты. Сара башланыр алдынан тамашасылар фойела ойошторолған «Афғанстан юлдары буйлап» күргәҙмәһен ҡараны. Бында «Ватан» хәрби хеҙмәткәрҙәренән, «Отклик» эҙләү-ҡотҡарыу отрядынан хәрби техника һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттары ҡуйылғайны. Теләгәндәр һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.

Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сәләмләү һүҙе менән хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов сығыш яһаны.

 - Бөгөн ҡалабыҙға хөрмәтле ҡунаҡтар - Рәсәй Геройҙары, ысын офицерҙар, контр-адмиралдар килде. Улар Ватанды һаҡлауҙың нимә икәнлеген ишетеп кенә белмәй. Улар - Башҡортостанда тыуып үҫеп, бөтә ғүмерен бөйөк эшкә - Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙ, - тип билдәләне Рөстәм Фәрит улы.

Рөстәм Ғәзизов хәрби бәрелеш ветерандарына ҡаһарманлыҡтары һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡтары өсөн, шулай уҡ «Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы»ның Стәрлетамаҡтағы бүлексәһенә башҡарған эштәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәндәре, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич илебеҙҙә йәшәгән һәр кеше үҙенең яҡлаусыларын иҫләргә, уларҙың ҡаһарманлығы үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө булып торорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Михаил Александрович ҡала етәкселегенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы хәрби комиссариатына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Ғәзизовҡа рәхмәт хатын тапшырҙы.

Стәрлетамаҡтарҙы абруйлы ҡунаҡтар ҙа сәләмләне. Улар йәш быуынға илдең ысын патриоты булыуҙарын теләне. «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы» етәксеһе Сергей Балмасов ҡала халҡын Афған һуғышы тамамланыуҙың 34 йыллығы менән ҡотланы. Рәсәй Геройҙарының сәфәре  иртәгә лә дауам итәсәк. Улар тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Башҡортостан Республикаһының көрәш буйынса беренселегендә ҡатнашасаҡ.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Стәрлетамаҡта - Рәсәй Геройҙары
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: