Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
17 Февраль 2023, 23:00

Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат

Радий Хәбиров Төркиәнән ҡайтҡан ирекмән-ҡотҡарыусыларҙы ҡаршы алды.

Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 17 февралдә Өфөлә Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәлә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ирекмән-ҡотҡарыусыларҙың осрашыуында ҡатнашты.

- Барығыҙға ла эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Һеҙҙең миссияғыҙ ауыр булды, һәм һеҙ уны намыҫ менән үтәнегеҙ. Шуныһы мөһим: һеҙ алты кешене, шул иҫәптән ике баланы ҡотҡарҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Төркиә яғы ла һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерә. Ауыр минутта беҙ ярҙамға килдек - был халҡыбыҙға хас һыҙат. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Денис Ғәбдрәхимов республика етәкселегенә осошто ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Был ҡот осҡос фажиғә булғас, коллегаларыбыҙ менән бер тауыштан төрөк халҡына ярҙам итергә хәл иттек. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр - командабыҙҙың эш һөҙөмтәһе ул. Беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән Радий Хәбировҡа, Төркиәләге Башҡортостан вәкилдәренә рәхмәтемде белдерәм, - тине Денис Ғәбдрәхимов. - Кире ҡайтыуҙы түҙемлек менән көткән ғаиләләребеҙгә лә ҙур рәхмәт.

Белешмә өсөн:

6 февралгә ҡарай төндә Төркиәлә ер тетрәү булды -  был илдә 1939 йылдан алып иң көслөһө. 17 февралгә ҡарата стихиялы бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә 40 мең самаһы кеше һәләк булған һәм 90 меңдән ашыуы зыян күргән. Ер тетрәү зонаһында өс ҡалала Рәсәйҙән 200-ҙән ашыу белгес эшләгән, шуларҙың 25-е - Башҡортостандан. Улар - республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ирекмәндәре. Улар алыҫ таулы районда емерелгән Кахраманмараше ҡалаһында ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашты. Республика үҙ теләге менән ирекмән-ҡотҡарыусыларға Төркиәгә осоу ойошторорға ярҙам итте. Ер тетрәүҙән зыян күргән халыҡ өсөн Башҡортостан халҡы палаткалар, юрғандар, балалар әйберҙәре һәм аҙыҡ-түлек менән 25 тонна гуманитар ярҙам ебәрҙе. Бынан тыш, Сүриә Ғәрәп Республикаһына 18 тонна гуманитар ярҙам тапшырылды. Йөк йыйыуҙа республика предприятиелары, эшҡыуарҙар һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр ҡатнашты.

Фото: Республика Башлығы сайтынан.

Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Ярҙамсыллыҡ - халҡыбыҙға хас һыҙат
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: