Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эндокринология үҙәге мөдире Нажиә Шәмсетдинова яңыраҡ Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч ҡалаһынан ҡайтты. Ул урындағы халыҡты диспансерлаштырыуҙа ҡатнашты.
Табип был республикала ике тапҡыр – майҙа һәм сентябрҙә булып, берәр ай буйы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтте. Беҙ Нажиә Шамил ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек: бындай ҡарарға килеүгә нимә этәргес булды? Ниндәй бурыстарҙы тәү сиратта хәл итергә тура килде? Оҙайлы сәфәрҙән һуң үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
– Мин ысын күңелдән Луганск халҡына ярҙам итеү теләге менән барҙым. Аңлы рәүештә, әлбиттә. Профессиябыҙ шуны талап итә. Ғаиләм дә терәк булды, ҡаршы төшмәнеләр, киреһенсә, теләгемде хупланылар.
Беҙҙең төп бурыс халыҡты диспансерлаштырыу, пациенттарҙы дауалау, сирҙәрҙе иҫкәртеү ине. Луганск Халыҡ Республикаһында тар белгестәргә ихтыяж ҙур. Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелеп, халыҡты терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар ҡабул итһә лә, тар белгестәргә ҡытлыҡ ҙур. Кешеләр эндокринологтар ярҙамына мохтажлыҡ кисерә. Красный Ключта һигеҙ йыл буйы бындай белгес булмаған, шуға күрә табипҡа эләгергә теләүселәр ифрат күп ине.
Тәүҙә ҡатмарлы булды, эш күләме ҙур, ауырыуҙар даими стресс хәлендә йәшәй. Диспансерлаштырыу барышында тәүге тапҡыр асыҡланған сирҙәр күп ине. Элек үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгәндәрҙә лә хроник сирҙәр асыҡланды. Йыш ҡына шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе ауырыуҙары диагностикаланды. Ауыр сирлеләрҙе оператив дауалау өсөн Луганскиға оҙаттыҡ. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн башҡа биләмәләргә лә сыҡтыҡ. Сәфәребеҙҙең халыҡҡа мөмкин тиклем ҙурыраҡ файҙа килтереүен теләнек. Һигеҙ йыл эсендә фән дә, технологиялар ҙа алға китә бит, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ, мәғлүмәт бирҙек.
Беҙҙе ныҡ ғәжәпләндергәне, әлбиттә, халыҡтың сабырлығы, йомартлығы булды. Кешеләр бер-береһенә шул тиклем иғтибарлы, һәйбәт мөғәмәләлә. Тәүге сәфәрҙә сиратҡа теҙелгән ауырыуҙарҙың күплеге таң ҡалдырҙы, уларға бик оҙаҡ көтөргә тура килде. Сабырлыҡ менән үҙ сиратын көтөп, табипҡа инеп, бөтә мәғлүмәтте иҫтәрендә ҡалдырырға тырыштылар. Һәр береһе беҙгә килгәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шатландырған мәлдәр ҙә булды, тәүге килеүебеҙҙә емерек биналарҙы, ватылған юлдарҙы күреп, тормоштоң уҙған быуаттың 70-се йылдарында туҡтап ҡалғанын күҙәтеп аптыраһаҡ, икенсе сәфәр барышында тирә-яҡтың яҡшыға үҙгәрә барыуына, юлдар һалыныуына, йорттарҙа һәм мәктәптәрҙә ремонт эшләнеүенә һөйөндөк. Луганск халҡы менән аралашыу, уларҙың ярҙамға мохтажлығын белеү миңә лә ныҡ тәьҫир итте. Беҙ көсөргәнешле хәлдә йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамынан тыш, психологик ярҙам да күрһәттек, 2016 йылдан алып кисергән ҡайғы-хәсрәттәрен, баштарынан үткән ваҡиғаларҙы тыңланыҡ. Мин үҙемдең уларға кеше һәм табип булараҡ кәрәклегемде, ситтә тороп ҡалырға ярамағанлығын яҡшы аңланым.
Динә АРЫҪЛАНОВА