“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Бөрйән районының Исламбай ауылы халҡы бер генә ваҡиғанан да ситтә ҡалмай. Электән дә әүҙем тормош алып барған ауыл халҡы быйыл төрлө сара, осрашыуҙарҙы йыш ойоштора. Үҙҙәре генә ҡайнамай был эштәрендә, ә райондың башҡа ауылдарындағы, күрше райондарҙағы төрлө сараларҙа ҡатнашалар, үҙҙәренә саҡырып та алалар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике егеттең ата-әсәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырғандары юҡ, һәр саҡ хәлдәрен һорашып, ярҙамлашып торалар. Райондан гуманитар йөк йыйған мәлдә ауыл старостаһы итеп һайланған китапхана мөдире Флүзә Әхмәтйәнова Аҫҡар ауылы биләмәһе башлығы Ғәни Юлдашев менән кәңәшләшеп, яуҙағы егеттәргә күп итеп билмән туңдырып ебәрергә кәрәк тигән ҡарарға киләләр. Уларҙың был ниәтен һәр ваҡыттағыса уңған ҡатын-ҡыҙ дәррәү күтәреп ала. Билмән яһау өсөн эшҡыуар Хәйбуллиндарҙа бер юлы күп итеп әҙерләү мөмкинлеге биргән тейешле ҡорамал да табыла. Шулай итеп, бер көндө йыйылышып, алдына алғандарын башҡарып та ҡуя улар. Изге маҡсат өсөн берләшеп башҡарған эш күңелдәргә ял ғына бирә.
- Тик көндәр йылытыу сәбәпле, беҙ билмәнде ебәрә алманыҡ. Уны һатып, аҡсаһын ғына йөктө оҙатыусыларға тапшырҙыҡ. Егеттәргә кәрәк-яраҡ алғандар. Ошондай изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙгә бик шатбыҙ. Донъялар имен булһын! - ти Флүзә Батыр ҡыҙы.
Фото: Исламбай ауыл китапханаһы.