Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн «Йөрәк йылыһы» акцияһы сиктәрендә көньяҡ төбәк госпиталдәренә гуманитар йөк алып барыусы делегация ағзалары Ростов өлкәһенең йәш эҙәрмәндәре менән осрашҡан. Осрашыу Ростов өлкәһенең Обливский районында үткән.
Делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, дөйөм тарихи хәтер - илебеҙҙең берҙәмлеге һәм уның киләсәге нигеҙе ул, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған.
- Минең күңелемә Дон далалары һәм Ростов өлкәһе бик яҡын. Бында, 1942 йылдың декабрендә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында легендар комдив етәкселегендә олатайым Рәшит Йосопов та алышҡан. Ошо ерҙең һәр мөйөшө беҙҙең уртаҡ үткәнебеҙ, олатайҙарыбыҙҙың илебеҙ азатлығын иңгә-иң терәп яҡлауҙары хаҡында иҫкә төшөрә һәм уларҙың хәтерен һаҡлау - беҙҙең киләсәгебеҙ нигеҙе, тип ышанам, – тип билдәләй Юлдаш Мөхәмәт улы. 1942 йылдың декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Солонецкий утарын азат итә, ә 1942 йылдың 31 декабрендә Деев утары янында дошмандың оборонаһын өҙә. Уҙған йылдың декабрендә Ростов өлкәһенең Обливский районында Солонецкий урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгән. Мәктәпкә Рәсәй Геройы исемен биреүҙең мөһимлеген айырыуса Солонецкий мәктәбе директоры Елена Григорьева һыҙыҡ өҫтөнә алған.
- Герой Миңлеғәле Шайморатов исемен биреү - Солонецкий мәктәбе өсөн бик мөһим ваҡиға. Тарих дәрестәрен оноторға ярамай. Беҙгә йәшәү мөмкинлеге биргән һәм киләсәк тураһында хыялдар ҡороуға булышлыҡ иткән батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға кәрәк. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының ҡаны тамған изге ерҙә йәшәйбеҙ. Был геройҙарҙың исемдәрен онотмаҫҡа тейешбеҙ - ул беҙҙең тарих, беҙҙең хәтер, - тип билдәләй Елена Валентиновна.
Геройҙар хаҡында иҫтәлек бөтә илде берләштерә - «Хәтер вахтаһы»нда һәм элекке яу яландарында эҙләнеү эштәрендә Ростов өлкәһе һәм Башҡортостан эҙәрмәндәре дуҫлашҡан, улар йыл һайын тиерлек берлектә эштәр алып бара. Былтыр эҙәрмәндәрҙең тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышының стратегик мөһим пунктын яҡлап һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре тергеҙелгән - Обливская станицаһы Сталинградтың көньяҡ сиктәренә ҡапҡа булды һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре дошманға бында үтергә мөмкинлек бирмәгән.
Отставкалағы офицер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Мәхмүт Сәлимов йәш быуындың эҙәрмәндәр һәм патриотик хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған:
- Беҙ, эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, йәш патриоттарыбыҙ менән даими бәйләнештәбеҙ: Ростов өлкәһе һәм Башҡортостан яугирҙәребеҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү ынтылышында берҙәм. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһынан һәм Солонецкий мәктәбенән эҙәрмән отрядтары «Хәтер вахтаһы»нда ҡатнаша. Мәҫәлән, мәктәп уҡыусылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 12 яугиренең исемен билдәләргә ярҙам иткән һәм былтыр уларҙың исемдәре стелала мәңгеләштерелгән. Ә быйыл апрелдә урындағы уҡыусыларҙың эҙәрмән отрядтары сафына Башҡортостандың Көйөргәҙе районынан уҡыусылар киләсәк. Улар "Хәтер вахтаһы" проекты сиктәрендә баҫыуҙарҙа бергәләп эшләйәсәк, - тине Мәхмүт Бакир улы. Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан кеше булараҡ, Мәхмүт Бакир улы ил һаҡсылары һәм азат итеүселәр иҫтәлегенең ҡиммәте тураһында ишетеп кенә белмәй. Шуға ла үҙ эшендә Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә - тап уның тәҡдиме буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ростов өлкәһе мәктәбенә легендар башҡорт дивизияһы исемен биреү инициативаһы менән сығыш яһаған. (Ғ. Йосопов)
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.