Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтелә. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә ошондай сара хаҡында бәйән иткән.
"Һуңғы ете айҙа беҙҙең егеттәребеҙгә һигеҙ тапҡыр гуманитар ярҙам оҙаттыҡ, – тигән Дәмин Марат улы. – Улар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, иң кәрәкле әйберҙәрҙе генә алып барырға тырышабыҙ. Был юлы биноклдәр, рациялар, термокейемдәр, аяҡ кейемдәре, рюкзактар, генераторҙар, шөрөп борғостар, бысҡылар, газ плитәләре, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм башҡа нәмәләр йыйылды".
Дәмин Юланов әйтеүенсә, ошо кәрәк-яраҡ араһында "Нива" автомобиле лә бар. Быларҙың барыһы ла яҡташтары ярҙамында йыйылған. Һынылышлы осор ейәнсураларҙы нығыраҡ берләштергән.
Дәмин Марат улы ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт белдергән.
Ейәнсураларҙың ылауы ошо көндәрҙә тейешле урынға алып барып еткерелгән. "Унда, өйҙән йыраҡта, беҙҙең егеттәр һәр посылкаға, хатҡа, ниндәйҙер хәбәргә лә шат. Тыуған ерҙәре менән бәйле һәр нәмә улар өсөн мөһим, ҡиммәтле. Беҙҙең ылау махсус хәрби операция биләмәһенә алып барылып, яугирҙәребеҙгә тапшырылды. Егеттәр бик шат һәм ҡәнәғәт. Үҙҙәренең туғандарына, барлыҡ яҡташтарына күп сәләм еткерҙеләр", - тип яҙҙы Дәмин Юланов.
Фото: Дәмин Юлановтың сәхифәһе.