Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
13 Март 2023, 12:30

Батыр һалдат – Балаҡатайҙан!

Ҡаһарманлыҡ миҙалы менән Анатолий Леонидович Лыков бүләкләнгән

Батыр һалдат – Балаҡатайҙан!
Батыр һалдат – Балаҡатайҙан!

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин "Бәйләнештә" социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе яҙған.

– Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәне, үҙен-үҙе аямағаны өсөн, Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ миҙалы менән Анатолий Леонидович Лыков бүләкләнгән, – тигән Мәсхүт Рәшит улы. – Дәүләт наградаһын батыр һалдаттың ата-әсәһенә тапшырҙыҡ.

Мәсхүт Миңлеғәлин әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай юғалтыуҙы бер ниндәй ҙә бүләкләү ҡапламай. Уның ҡарауы, Анатолий өсөн өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә, ҡаршылыҡтар ҙа булмай. Батырға мәңгелек дан!

Фото: Мәсхүт Миңлеғәлин.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: