Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
16 Март 2023, 19:00

Яугир яҡташтарға ярҙам күрһәтеү дауам итә

Тимербай ауылдары халҡы аҡса йыйған, ә төкәндәр...

Яугир яҡташтарға ярҙам күрһәтеү дауам итә
Яугир яҡташтарға ярҙам күрһәтеү дауам итә

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлағы Юлай Ильясов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге яңылығы менән бүлешкән.

– Яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү дауам итә, – тип яҙған Юлай Талха улы. – Свобода ауыл советы әүҙемлек күрһәтте. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, ғөмүмән, иң кәрәкле генә әйберҙәр йыйыуы шуға асыҡ миҫал. Төкәндәр ҙә ҡалышмай, улар 35 меңдән ашыу һумға аҙыҡ-түлек һатып алып тапшырған. Тимербай ауылы халҡы туғыҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйған.

Битараф булмағандарға рәхмәтебеҙ ҙур,ти Юлай Ильясов. Апрелдә махсус операция зонаһына гуманитар конвой оҙатыу күҙаллана.

Фото: Юлай Ильясов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: