Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
19 Март 2023, 12:00

Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ялға ҡайтты.  

Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!

Таңғы сәғәттәр булһа ла, Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендәге майҙанда йәнлелек тойолдо. Мобилизацияланған егеттәрҙең яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре ялға ҡайтып килеүсе хәрбиҙәрҙе ҡаршы алырға ошонда йыйылды. Шатлыҡлы күҙ йәштәренә мансылған һағынышлы осрашыу ине был.

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов егеттәрҙе сәләмләне.

- Бөгөн беҙ махсус операцияла үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәүсе мобилизацияланған егеттәрҙең  ялға ҡайтыусы сираттағы төркөмөн ҡаршылайбыҙ. Был - полктан ялға ҡайтыусыларҙың  бишенсе партияһы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу һәм ҡабат илтеү өсөн техника бүлә. Беҙҙең егеттәр унда лайыҡлы хеҙмәт итә. Командованиенан улар тураһында тик ыңғай фекерҙәр ишетәбеҙ, - тине ул.

Хәрбиҙәр араһында Башҡортостандың Милли китапханаһының  элекке директоры Марат Зөлҡәрнәев тә бар ине.

- Бөгөн мине ҡыҙым, яҡындарым, туғандарым, дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем ҡаршы алды. Уларҙы күрергә, ял итергә тип ашҡынып ҡайттым.  Тыуған ер, әлбиттә, һағындырған. Ялдан һуң ҡабат хеҙмәтте дауам итергә кәрәк. Алда пландар ҙа, яңы идеялар ҙа  бар. Шуға коллегалар менән осрашып, уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ла эшләрбеҙ тип уйлайым, - тине офицер булараҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылған Марат Зөлҡәрнәев.

“Муха” позывнойлы йәнә бер хәрби менән әңгәмәләштек. Уны һеңлеһе ҡаршы алырға килгәйне.

- Ниһайәт, ҡайтып еттек. Кәйеф яҡшы. Ярты йыл тыуған яҡтарҙы күрмәнек, йыш иҫкә төшөрҙөк, бик һағындырҙы.  Башҡортостандан, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән егеттәр бик күп. Үҙ-ара татыубыҙ, бер-беребеҙгә терәк булып хеҙмәт итәбеҙ, - тине яҡташыбыҙ.

“Кардан” позывнойы менән йөрөтөлгән хәрби ҙә тыуған яғын һағыныуын йәшермәне.  

- Ял итергә, ғаиләне күрергә тип ҡайттым. Туғандар ҙа һағынып көттө. Ләкин тиҙҙән ҡабат хеҙмәткә китергә  икәнлеген дә онотмайым, - тине ул.

Иленең таянысы булған ир-егеттәребеҙ йәнтөйәктәренән көс-ҡеүәт алып йәнә хәрби бурыстарын үтәргә юлланыр. Уларҙың һәр береһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Уларҙы бар Башҡортостан көтә.  

Автор фотолары.

Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Хәрбиҙәрҙе ҡаршы алды Башҡортостан!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: