Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Март 2023, 18:50

Шайморатовсыларҙан - рухлы музыкаль сәләм!

Улар ҡайһы мәктәптән? Ниндәй уңыштарға өлгәшкәндәр? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Шайморатовсыларҙан - рухлы музыкаль сәләм!
Шайморатовсыларҙан - рухлы музыкаль сәләм!

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернаттың 30 йыллыҡ тарихы бар. Быйылғы уҡыу йылына был тарих  китабына яңы бит өҫтәлгән – уҡыу йортонда Шайморатов класы асылған.

Унда бөтәһе 14 уҡыусы: биш ҡыҙ һәм туғыҙ малай алынған.

Тәүге көндән үк класс өсөн айырым уҡыу кабинеты бирелгән һәм ул Миңлеғәле Шайморатов, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы  материалдарҙан торған стендтар менән биҙәлгән. Гимназия-интернат директоры Эльвира Садиҡованың хәстәрлеге, район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ярҙамы менән уҡыусыларға махсус кейемдәр тектерелгән.  

Класс етәкселеге Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилеваға, хәрби кураторлыҡ Анзур Сырлыбаевҡа тапшырылһа, тәрбиәселәре – Альбина Уразаева. Класс Шайморатов кластарына ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә.

Шайморатовсы класына эләгеү еңел түгел. Уҡыусылар төрлө яҡлап өлгө булырға тейеш. Улар бөтәһе лә яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, йырлай, бейей. Шахмат, саңғы, йөҙөү буйынса ярыштарҙа, төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашалар. Мәҫәлән, районда үткәрелгән шахмат ярыштарында Темур Самородин алдынғылыҡты биргәне юҡ икән. Йөҙөү буйынса Ғәйсәр Ишмөхәмәтов, саңғыла уҙышыуҙа Дарислам Аҙнабаев, Динис Ғафаров призлы урындар яулай. Шайморатовсыларҙың уңыштары хаҡында тағы ла әллә күпме яҙырға мөмкин булыр ине.

Улар хаҡында тулы итеп гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ. Әлегә - шайморатовсыларҙан рухлы музыкаль сәләм.

 Фото һәм видео гимназия архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: