"Сибайға тәүге тапҡыр өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтты. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләр менән осраштым.
Егеттәр билдәле сәбәптәр арҡаһында күп һөйләргә яратмай... Шулай ҙа бер сынаяҡ сәй артында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ирештек. "Беҙҙең улдарыбыҙ ысын ир-егеттәргә әйләнгән", - тигән бер әсәнең һүҙендә тулыһынса хаҡлыҡ бар.
Яугирҙәр үҙҙәренең һәм бергә яуҙа булған иптәштәре исеменән ҡала хакимиәте етәкселегенә, урындағы эшҡыуарҙарға һәм сибайҙарға күрһәткән һәм ебәргән ярҙам өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Артабан улар үҙҙәре үк "Мәңгелек ут" мемориалына сәскәләр һалырға теләктәрен белдерҙе.
Уларҙың ялдары һанаулы ғына, ошо ваҡыт арауығында яугирҙәргә барыһын да эшләп өлгөрөргә, туғандары һәм яҡындары янында булырға ла кәрәк. Уларҙың һәр береһе өсөн оло яуаплылылыҡ тоям, һәр береһен яҡын кешемдәй оҙатып ҡалам, ҡаршы алам.
Донъялар имен булһын, егеттәребеҙҙең һәр береһе тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһын", -тип яҙған Азамат Юлдашбаев.
Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.