Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Апрель 2023, 12:00

Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!

 Ярты йылдан - тыуған яҡта

Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!

Бөгөн таң атып та өлгөрмәҫ элек Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһенда халыҡ ҡайнап торҙо. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтып килгән ир-егеттәрҙе ҡаршы алыусылар менән тулы ине ул.  

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновты ла хәрби операциянан ҡайтыусыларҙы ҡаршылаусылар араһында тап иттек.

- Бөгөн беҙ республикабыҙҙан мобилизацияланған егеттәрҙең ялға ҡайтыусы сираттағы партияһын ҡаршы алабыҙ. Егеттәр лайыҡлы хеҙмәт итәләр, улар тыуған яҡтарын, ғаиләләрен күрһен өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан транспорт бүленде, - тине ул.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙе ҡаршылау буйынса тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡатнашты.

- Бөгөн махсус хәрби операциянан ялға ҡайтып килеүсе егеттәрҙе ҡаршы алыуыбыҙ шатлыҡлы ваҡиға. Ғәскәр частары командирҙарынан беҙҙең егеттәрҙең ҡуйылған хәрби бурыстарҙы юғары кимәлдә үтәүҙәре тураһында мәғлүмәттәр килеп тора. Улар тураһында хәстәрлек тә даими күрелә. Барлыҡ халҡыбыҙ, предприятиелар, район хакимиәттәре менән берлектә кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам итәбеҙ. Берҙәмлектә - көс, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бында шул сағыла, - тине ул.

Майҙанда төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине. Улар һәр береһе ялға ҡайтҡан егеттәргә рухи яҡтан ҡеүәт өҫтәргә тигән маҡсат менән килгән. “Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов яугирҙәргә иң изге теләктәрен юлланы.

- Бөгөн иртә менән үҙебеҙҙең һалдаттарҙы ҡаршыларға килдек. Һаулыҡтарын төҙәтеп, ғаиләләрен күреп, йәнә хәрби операцияға юлланасаҡ улар. Егеттәрҙең иҫән-имен йөрөүҙәрен теләйем, - тине ул.

“Башҡортостан Республикаһының десант һәм спецназ ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмовты ла майҙанда тап иттек.

- Бөгөнгө көн ҡаршылаусылар өсөн дә, ҡайтып килгән хәрбиҙәр өсөн дә мөһим. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе егеттәргә гуманитар ярҙам, балаларҙың хаттарын ебәреү генә түгел, бында иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөүебеҙҙе лә улар белергә тейеш. Хәрбиҙәр мөһим бурыс үтәй, беҙ улар менән ғорурланабыҙ, - тине ул.  

Тыуған ергә ҡайтыу тойғоһоноң ни тиклем тәрән булыуы тураһында “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов та белдерҙе:

- Бөгөнгө иртә айырыуса тулҡынландырғыс.Ҡасандыр Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итеүселәр булараҡ, был тойғоноң ниндәй икәнлеген айырыуса ныҡ аңлайбыҙ. Илебеҙҙе һаҡлаусы егеттәр кеүек беҙ ҙә тулҡынланабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Ысынлап та, хәрбиҙәребеҙ иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған.  

Төрлө райондарҙан килеүселәр менән дә тулы ине майҙан. Алыҫ райондан ирен ҡаршыларға тип балалары менән килеп еткән ҡатындың күҙендә лә шатлыҡ та, һағыныу ҙа тойғолары күренде.

- Беҙҙең өсөн көтөп алған көн был. Балалар менән бергәләп ашҡынып килеп еттек. Ҡәҙерле кешебеҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - уның иҫән-һау булыуы, - тине ул.

Күмәк торған йәнә бер ҡаршылаусылар янында туҡталдым. Әңгәмәсе апай бөгөн кейәүен ҡаршы алыуҙары тураһында тулҡынланып һөйләне.

- Алты ай күрмәнек. Бөтә туғандар менән һағынып көтөп алдыҡ, бик тә ғорурланабыҙ. Теләк - тиҙерәк донъялар тынысланһын һәм ир-егеттәребеҙ имен-аман әйләнеп ҡайтһын ине, - тине ул.

Төрлө район хакимиәттәре лә яугирҙәре тураһында хәстәрлек күргән. Асҡын районы хакимиәте башлығының махсус хәрби операция һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Эдуард Тимерғәлин ялға ҡайтып килеүсе егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылауҙы, өйҙәренә тиклем алып ҡайтыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанай.

- Әлбиттә, егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙем дә ҡасандыр “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт иттем, унда хеҙмәт итеүҙең яуаплылығын да беләм. Хәрби операциялағы егеттәргә гуманитар ярҙам да алып барҙым. Улар менән бәйләнеш өҙөлгәне юҡ, - тине ул.

Алыҫ Бөрйән тарафтарынан да килеп еткәйнеләр. Район  хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсе Ғайса Хәлитовтың да теләктәре изге:

- Махус хәрби операцияла ҡатнашып, әле ялға ҡайтып килгән егеттәрҙе ҡаршы алырға район хакимиәте тарафынан автобус бүленде. Илебеҙҙә тыныс күк йөҙө булһын өсөн  көрәшкән егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Имен-аман ғаиләләренә ҡайтып, тыуған ерҙәренән көс-ҡеүәт алып, хеҙмәткә яңы дәрт менән юлланыуҙарын теләйбеҙ, - тине ул.

Көтөп алған яугирҙәр килеп төшөү менән күптәр  күрешергә атлыҡты.

Иң элек “Доктор” позывнойлы  хәрбиҙең тәьҫораттарын белештек:

- Барыһы ла яҡшы. Имен ҡайтып еттек, матур итеп ҡаршы алдылар. Шулай хөрмәт күрһәткәндәренә рәхмәт. Башҡортостан егеттәре бер-береһенә терәк булып хеҙмәт итә. Гуманитар ярҙам өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Түләүҙәр ҙә даими килеп тора. Маҡсат – ҡайтып ял итергә һәм  ҡабат хеҙмәткә юлланырға, - тине ул.

“Гамлет” позывнойлы  хәрби менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе.

- Аллаға шөкөр, имен-аман ҡайттыҡ. Тиҙерәк өйгә ҡайтып яҡындар менән күрешәһе килә. Әле хәрби операцияла буғандарҙың барыһына ла ошолай тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете тейһен. Хеҙмәттә Башҡортостан егеттәренең бер-береһенә ярҙамы ныҡлы тойола. Тыл ярҙамы ла  бик мөһим. Башҡортостанға, барлыҡ райондарға рәхмәт белдерәбеҙ. Был беҙгә рухи яҡтан да көс өҫтәй. Еңеү беҙҙә буласаҡ!

“Нурик” позывнойлы хәрби эргәһендә лә бик күп яҡындарын тап иттек.

- Ярты йыл тыуған яҡта булманыҡ. Кәйеф шуға күтәренке. Бөгөн мине кәләш, туғандар, атай-әсәйем ҡаршы алды. Республиканан ныҡлы иғтибар тоябыҙ, гуманитар ярҙам килеп тора. Әле бик уңайлы итеп ҡайтып еттек. Автобустар йылы булды. Егеттәргә кәңәшем – ҡурҡмаҫҡа, үҙеңдең ир-ат бурысыңды үтәргә кәрәк. Беҙҙең маҡсат – еңеү! - тине яугир.

Хәрбиҙең яҡындары ла шатлыҡ кисерештәрен йәшермәне.

- Улым менән бик ғорурланам. Бәләкәстән офицер булырға тырышты. Олатаһы ла һуғышта ҡатнашты. Улымдың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләйем, –тине атаһы, күңеле тулып.

Тыуған яғында ярты йыл булмаған “Булик” позывнойлы хәрби ҙә ял көндәре бик күп булмаһа ла, уны файҙалы итеп үткәрергә ниәтләүен белдерҙе.

“Казах” позывнойлы егет тә ихлас әңгәмәләште.

- Яҡындар, тыуған яҡ һағындырған. Өфөлә дуҫтар ҡаршы алды. Туғандар районда тыуған йортта көтәләр. Хәрби операцияла беҙ бер-беребеҙгә туғандар һымаҡ яҡынбыҙ. Хеҙмәт яҡшы бара, ауырлыҡтар юҡ, түләүҙәр ваҡытында бирелә. Гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт әйтке килә. Өй ризығы һағындырғанда бишбармаҡ ебәреүҙәре айырыуса күңелгә яҡын булды. Маҡсат – еңергә, махсус операцияны тамамлап, иҫән-имен ҡайтырға!

Алға ышаныс менән баҡҡан көслө рухлы яҡташтарыбыҙҙан  бындай һүҙҙәр ишеткәндә, илебеҙ киләсәге өсөн күңел тыныс. Һәммәгеҙгә рәхмәт, егеттәр, һәм иҫән-имен генә йөрөүегеҙҙе теләйбеҙ!

Автор фотолары һәм видеоһы.

Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Баш ҡалабыҙ хәрбиҙәрен ҡаршыланы!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: