Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
3 Апрель 2023, 21:15

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткәйне...

Бар интернетты ошо йыры менән шаулатҡан Артур Хәсәнов та ялға ҡайтты.

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткәйне...
"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткәйне...

Билдәле булыуынса, кисә һәм бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәр ике аҙналыҡ отпускыға ҡайтты. Башҡортостандың һәр ҡала һәм районында махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәрҙе ҡаршы алалар, улар менән осрашыуҙар бара.

Кейек ҡаҙ юлдары

Юғары, юғары.

Исемең ҡабатлап,

Һанайым йондоҙҙарҙы... – тип йырлап, Дүртөйлөнән өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Артур Хәсәнов бөтә интернетты шаулатҡайны. Бөгөн ул да тыуған яғына ялға ҡайтҡан.

"Интертат" мәғлүмәт баҫмаһы Артурҙан интервью алған. Артур Хәсәнов белдереүенсә, хәрби зонала йырларға форсат булмауын, әммә саҡ ҡына мөмкинлек килеп сығыу менән гитарала шәп уйнаған һәм йырлаған яугир дуҫы менән бер аҙ йырлашып алыуын әйткән. Шулай уҡ ялға ҡайтыу менән иң беренсе ныҡлап ижадға тотоноуын еткергән.

Шулай уҡ ул бер туған ағаһы Марат бүләк иткән доға яҙылған беләҙек ауыр саҡтарында һаҡлауын, уны талисман итеп алып йөрөтөүен белдергән. Филүс Ҡаһиров менән ағалы-ҡустылы кеүек булып китеүен, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Әнүәр Нурғәлиевтар даими хәлен белеп тороуын әйткән.

Яҡын арала Артур Хәсәнов тураһында тағы ла хәбәр итербеҙ. Әлегә "Кейек ҡаҙ юлдары" кеүек яуға китеп, тыуған яҡтарына ҡайтҡан кейек ҡаҙҙар кеүек ялға ҡайтыуына бик шатбыҙ.

Фото: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: