-4 °С
Ҡар
Ил һаҡсылары – һалдаттарыбыҙҙың ялға тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын күреү шул хәтлем ҡыуаныслы, фотоларҙы, айырыуса видеоларҙы тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел.
Мәҫәлән, баймаҡтар ҙа яугир яҡташтарын йыр-бейеү менән ҡаршылаған. Артабан уларҙың һәр береһе тыуған ауылдарына, ата-әсәһе һәм туғандары янына ашыҡҡан.
– Ошондай батыр ҙа, арыҫлан йөрәкле лә егеттәребеҙ булғанда, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, – тип һөйләй махсус хәрби операция биләмәһендәгеләрҙе ҡаршы алыусылар.
Фото: Гүзәл Әминева.