Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
6 Апрель 2023, 20:30

Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

 Рәсәй Президенты Владимир Путин 6 апрелдә Указға ҡул ҡуйған.

Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев – Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ  йәмғиәте  институттарын үҫтереү буйынса Совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының яңы составына ингән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 6 апрелдә Указға ҡул ҡуйған. Дәүләт етәксеһе яңы составтағы Йәмәғәт палатаһының 40 ағзаһын раҫлаған.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы 2005 йылдың 1 июлендә барлыҡҡа килде, ул илдә консультатив-кәңәшләшеү органы булып тора. Уның эшмәкәрлеге иҡтисад, социаль үҫеш һәм милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн граждандарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙ идара мәнфәғәттәрен яраштырыуға йүнәлтелгән.

Фото:Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас