Уҙған йылдың октябрь айында Балтас районынан махсус хәрби операцияға саҡырылған Салауат Вәйес улы Фәтхиев райондаштары менән бергә Пенза ҡалаһындағы хәрби полигонда әҙерлек үтте. Алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаған ике бала атаһы, взвод командиры урынбаҫары апрель айында тыуған яҡтарына ялға ҡайтты. Яҡташыбыҙҙың иҫән-һау ғаиләһенә әйләнеп ҡайтыуы үҙе бер ҙур шатлыҡ булһа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Хөкүмәт ултырышында бер төркөм хәрбиҙәрҙе, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙы ла Почет грамотаһы менән наградлап, уларға ябай булмаған хеҙмәттәре һәм батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтеүе иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Яҡташыбыҙ менән осрашып, уның менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.
– Штәнде ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем Светлана Владимировна Фәтхиева (Шакирова) – Советтар Союзы Геройы Өлмәс Шакировтың ейәнсәре, – тине Салауат Вәйес улы. – Өйләнгәнмен, тормош иптәшем Кристина Револьевна менән ике бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Ләйлә – ике, улыбыҙ Морат ете йәштә. Хәрби хеҙмәтте Силәбе өлкәһендәге Хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә үттем. Нефтекама ҡалаһындағы нефть колледжында һөнәри белем алдым. Скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры булып эшләнем.
– Салауат Вәйес улы, ялан шарттарында ҡулға утлы ҡорал тотоп Ватан һағына баҫҡан ир-егеткә, хәрби сынығыу алыуҙан тыш, ниндәй әҙерлек талап ителә? Ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһим?
– Иң мөһим сифат – Тыуған илеңә, тыуған төйәгеңә ҡарата һөйөү тойғоһо. Минең взводта 30 кеше ине. Үкенескә ҡаршы, бөгөн 26 яугир ҡалды. Беҙ бик берҙәмбеҙ, бер кемде лә ҡыйырһыттырмайбыҙ. Арабыҙҙа милләт, дин айырыу юҡ, бер ғаилә балалары кеүек татыу һәм дуҫбыҙ. Яу яланында барыһынан да элек түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Физик сынығыу ҙа, аҡыл да, зирәклек тә, өлгөрлөк тә, мәктәптә алған белем дә, тормош тәжрибәһе лә – һәммәһе лә мөһим.
– Бөгөн үҙҙәре намыҫ ҡушыуы буйынса хәрби батальондарға яҙылырға тәүәккәлләгән ир-егеттәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Тәүәккәллек ҡайһы саҡ аҡылдан да юғары. Икеләнергә ярамай, беҙ барыһына ла егеттәрҙе өйрәтәбеҙ, күнектерәбеҙ. Ватаныбыҙ берәү генә. Уны һаҡлау, иртәгәһе тыныс тормош өсөн беҙ яуаплы. Илһөйәрлек беҙҙең ҡаныбыҙҙа, аҡылыбыҙҙа, йөрәгебеҙҙә. Башҡа төрлө була алмайбыҙ.
– Һуғыш кәрәк-яраҡтары, көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин итеү нисек ойошторолған?
– Барыһы ла бар, барыһы ла етә. Тик беҙҙең взводҡа бер машина кәрәк. Взводыбыҙҙа дүрт Балтас, өс Тәтешле ир-егете бар. Ике районы етәкселеге бергәләп ярҙам итер, тип ышанам. Әлегә тиклем күрһәтелгән ҙур ярҙам өсөн етәкселеккә, райондаштарыбыҙға, битараф булмаған барлыҡ яҡташтарыбыҙғаа рәхмәт белдерәм.
– Тормошта алған ниндәй тәжрибәгә таянып, “бына ошо осраҡтағы кисереш ауырлыҡты еңергә булышлыҡ итте”, тип әйтә алаһығыҙ?
– Беләһегеҙме, алғы һыҙыҡта рядовой ҙа, офицер ҙа – барыһы ла бер үк тиң шарттарҙа. Ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн, әйтеүемсә, иң тәүҙә түҙемлек кәрәк. Һәр эштең рәтен белеү, һөнәрҙәр һәм шөғөлдәргә эйә булыу, хатта иҙән йыуыу, картуф таҙартыу, ҡаҙаҡ ҡағыу, утын киҫеү, утын ярыу һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу мөһим. Мәктәп йылдарында үҙләштергән белем дә, тормош һынауҙары ла – барыһы ла үҙ урыны менән кәрәк була.
– Республика Башлығы Радий Фәрит улы ҡулынан Хөкүмәт бүләге алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ. Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ, ауылдаштарығыҙ янына оло Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Фәрештәләр ҡанаты аҫтында булығыҙ барығыҙ ҙа!
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Балтас районы.