Салауат районына махсус хәрби операциянан “Сельсовет” позывнойлы доброволец ялға ҡайтты, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите.
Ул яҡташтарына алғы һыҙыҡтағы хәл тураһында һөйләгән һәм еңеүҙең мотлаҡ улар яғында буласағын белдергән.
“Беҙҙең яҡташыбыҙ 2022 йылдың 4 сентябренән хәрби зонала, ул – бронегруппа командиры. Ҡаһарманлығы һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн Шайморатов ордены менән наградланған”, тип ғорурлана салауаттар.
Яугир хәрбиҙәргә ярҙамы өсөн Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рөстәм Хөснуллинға һәм Рәлиф Хөснөтдиновҡа Доставалов исемендәге батальон командованиеһының Рәхмәт хатын тапшырған. Хәрби шулай уҡ Лағыр, Малаяҙ урта мәктәптәре һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашҡан. Балалар хәрбиҙәргә уңыштар теләгән, уларҙың еңеү менән ҡайтыуҙарына ышана.
Фото: “Салауат ерендә”.