Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Апрель , 12:00

“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”

Яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә әҙер торған кешеләр күплеге һоҡландыра...

“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”
“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”

Абдулҡадир Инандың был һүҙҙәре, әйтерһең дә, беҙҙең заманға төбәп әйтелгән.  Егеттәребеҙ  бөгөн үҙ теләге менән  ил һағына баҫа.

Илебеҙ именлеге өсөн көрәш барған осорҙа бер кемдең дә дөйөм эштән ситтә ҡалыуы мөмкин түгел. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аструм” сауҙа-күңел асыу комплексында маскировка селтәрҙәре үреү акцияһы дауам итә. Ҡаланың төрлө уҡыу йорттары студенттары, пенсионерҙар, битараф булмаған граждандар – барыһы ла ярҙамға килә. Яңыраҡ “Набат” йәмғиәте ветерандары, Спецназ ветерандары союзы, Афғанстан ветерандары союзы, эшҡыуарҙар, предприятиелар сираттағы гуманитар йөктө тупланы. Шәхси посылкалар, ике автомобиль, аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым, тепловизор, квадрокоптер, бензобысҡы, дарыу, канистр һәм башҡа кәрәк-яраҡ Стәрлетамаҡ егеттәре хеҙмәт иткән подразделениеға ике КамАЗ  ярҙамында илтелгән. Гуманитар йөктө Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, “Набат” рәйесе Илдус Мәнәпов оҙатып барҙы.

Ағиҙел ҡалаһы халҡы ла маскировка селтәрҙәре үреп, алғы һыҙыҡтағыларға оҙата. “Застава Агидель” йәмәғәт ойошмаһы ветерандары бөтә материалдарҙы үҙ иҫәбенә һатып ала. Ойошма рәйесе Рәдис Камалов әйтеүенсә, республика халҡының ярҙамынан күп нәмә тора.

Архангел районы халҡы “Маскировка оҫтаханаһы” төркөмө булдырған. Ҡул эше оҫталары дөйөм эшкә өлөштәрен индерергә теләгән һәр кемде селтәр үрергә өйрәтә. Яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә әҙер торған кешеләрҙең күплеге һоҡландыра. Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙҙе йылы һүҙ һәм яҡшы ғәмәлдәребеҙ менән  дәртләндерәйек.

 

Фото:https://vk.com/oo_nabat_str

“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”
“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”
“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”
“Намыҫы бар егет ниңә ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в