Һуғыштың ни тиклем аяныслы, ғаиләләргә бәлә-ҡаза килтереүсе, балаларҙы етем итеүсе ваҡиға икәнен ололар яҡшы белә. Улар бөгөн ҡулдарынан килгән һәр эште башҡарырға, Еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтырға тырыша.
Ә бына Хабаровскиҙа йәшәгән 72 йәшлек пенсионер Наталья Пасика өс ай ялда булғандан һуң, йәнә махсус хәрби операция зонаһына китергә ҡарар иткән. Оло йөрәкле әбей яраланған яугирҙәргә ярҙам итеү, хәлдәрен еңеләйтеү, тәрбиәләү өсөн яңынан Донбасс тарафтарына юл тотҡан, тип яҙа “Комсомольская правда” гәзите.
Туғандары һәм яҡындары уның был дыуамал аҙымына ҡаршы төшөп маташһа ла, Наталья Пасика уларҙы тыңламаған, “минең йөрәгем унда, малайҙар эргәһендә”, тип яуаплаған. Һоҡланыуҙан башҡа һүҙ юҡ!
Ул өс ай буйына махсус хәрби операция зонаһында яралыларға ярҙам күрһәткән. Тәүҙә ирекмәндең алғы һыҙыҡҡа барыу теләгенә Халыҡ фронты бүлексәһе ағзалары ҡаршы төшә, тик пенсионерҙың һүҙендә ныҡ тороуы икеләнеүҙе еңә. Тәүҙә ҡатын Луганск дауаханаһында эшләй, аҙаҡ Донецк госпиталендә яралыларға ярҙам итә. Наталья Богдановнаның улы ла, ейәне лә алғы һыҙыҡта. Ирекмән йәнә күңел йылыһын, хәстәрлеген яралыларға өләшә. Уға ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото:VK.com