Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
3 Май , 22:40

12 йәшенән штурвал артында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары хеҙмәт ҡаҙанышына өлгәшкәндәргә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы. Улар араһында Мәләүез районы Салауат исемендәге хужалыҡтың комплекслы бригада механигы Вәкил Игбаев та бар.

12 йәшенән штурвал артында
12 йәшенән штурвал артында

Ауылдың иң ҙур байлығы - хеҙмәт һөйөүсән кешеләр. Һабаш ауылында тыуып үҫкән Вәкил Игбаев бәхет эҙләп әллә ҡайҙарға сығып йөрөмәй.

Йәштәштәре волейбол уйнағанда, йәйен йылға буйында ҡыҙынғанда, 12 йәшлек үҫмер механизатор ағаһы Рәфҡәт Аҫылғужин ҡулы аҫтында комбайн ярҙамсыһы булып эшкә өйрәнә. “Техника ене ҡағылған” егет мәктәптә уҡыған йылдарҙа автомәктәптә белем ала һәм хужалыҡта хеҙмәт юлын башлай. 1991-1993 йылдарҙа әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, кәрәкһә тракторҙы “эйәрләй” йә “Нива” комбайнында ялан-баҫыуҙы эшкәртә, сәсеү-урыу эше уртаһында ҡайнай.

Ауыл хужалығы техникаһын һүтеп-йыйып оҫтарған белгесте 1998 йылда механик итеп үрләтәләр. “Техника ремонтлау йыл әйләнәһенә дауам итә. Механизаторҙар элеккесә мазутҡа батып йөрөмәй, кейем алмаштыра торған урын бар, техниканы ҡышын йылытылған оҫтаханаға индерәбеҙ. Был һинең комбайн-трактор, тип ситтән ҡарап торған кеше юҡ, кәрәк икән иретеп йәбештереү эшенә лә тотонаһың, кәрәк икән сүкеште лә ҡулға алаһың”, - ти Вәкил Рәфил улы.

Бөгөн хужалыҡта ҡырҡтан ашыу тәгәрмәсле техника, ун комбайн бар. Ошо көндәрҙә хужалыҡ  тағы өс “Беларусь” тракторы һатып алған. Иҫке яңыны күтәрә тигәндәй, элеккеләрен дә ремонтлап торалар. Механик булғас, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, йыш ҡына запас частар алырға йә Ырымбур, йә Өфө ҡалаһына елдерә. Аллаға шөкөр, ҡатыны Елена Петровна уны ярты һүҙҙән аңлап тора. Әсәһе Мәүлиҙә Тимерйәр ҡыҙы, Розалия менән Гөлфиә ҡыҙҙары эштә хөрмәт ҡаҙанған яҡындары өсөн бик ғорурлана.

Һүрәттә: хеҙмәт эйәһе - хөрмәт эйәһе.

Фото ғаилә архивынан.

12 йәшенән штурвал артында
12 йәшенән штурвал артында
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас в