Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
7 Май , 16:00

Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!

Әмир һәм Первомайск мәктәптәре уҡыусылары тормошонда ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур ваҡиға – улар “Юнармия” сафына баҫты

Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!

Стәрлебаш районының Әмир һәм Первомайск мәктәптәре уҡыусылары тормошонда ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ ҙур ваҡиға – улар “Юнармия” сафына баҫты.  Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы  урынбаҫары Ф. Шаһисолтанов, райондың ветерандар советы рәйесе Р.Мөхәмәтйәнов һәм физик культура һәм спорт  буйынса комитет рәйесе Р. Мурзин ҡатнашты.  

 Юнармеецтар Ватанға, Юнармия берлегенә тоғро булырға ант бирҙе, уларға награда билдәһе һәм шәхси танытма тапшырылды.  Ошо уҡ көндә “Юнармия”ның урындағы бүлексәһенең әүҙем ағзалары район башлығы исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, тип хәбәр итә “Стерлибашевские родники” гәзите.  

Күпселек уҡысыларҙың  был йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылырға һәм Тыуған илгә хеҙмәт итергә теләүе  һоҡланыу тыуҙырыуҙан тыш, үҙебеҙҙең йәштәребеҙ өсөн ҙур  ғорурлыҡ тойғоһо ла уята.

Р. Йәғәфәров фотоһы.

 

Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Йәштәребеҙ менән ғорурлыҡ кисерҙек!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в