Өфөнөң «Башнефтегеофизика» предприятиеһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға сираттағы бүләктәрен ебәрҙе. Предприятие ҡорал ташыу өсөн “Урал”дар һәм хәрбиҙәр өсөн (шул иҫәптән яралыларҙы алып сығыр өсөн) “УАЗ”автомобилдәрен әҙерләгән.
Был машиналарҙың ҡайһы береһе хатта броня менән нығытылған – әлеге “Урал”дарҙың яғыулыҡ һауыты, башҡа мөһим урындары өҫтәлмә тимер менән ҡапланған. Әйткәндәй, «Башнефтегеофизика» йәмғеһе Башҡортостан егеттәренә 27 автомобиль оҙатты. Бөгөн автомобилдәрҙең сираттағылары махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлде.
Һуңғы тапҡыр ебәрелгән машиналар махсус рәүештә М. Шайморатов батальоны өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Әйткәндәй, яҡташтар республика ярҙам итеп ебәргән автомобилдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтан ҡәнәғәт. Был хаҡта Еңеү көнө алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙе барып күргәндән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдергәйне: “Егеттәребеҙ менән ысын мәғәнәлә ғорурланабыҙ. Улар хәрби заданиеларҙы яҡшы үтәй, рухтары ныҡлы, башлыса бергә хеҙмәт итәләр: бер урында 2 мең кеше, икенсе ерҙә – 600. Барыһы ла етә тиҙәр, ярҙам өсөн республика халҡына рәхмәт еткерҙеләр”, - тине республика етәксеһе.
Сираттағы автомобилдәрҙе оҙатыу тантанаһына БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡатнашты һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренә яҡташ яугирҙәр, Радий Фәрит улы исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
– Һеҙ – замана геройҙары. Яугирҙәребеҙгә үҙегеҙҙең ваҡыт менән иҫәпләшмәй, финанс хәлгә һылтанмай, ошондай ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ. Беҙ Радий Фәрит улы менән махсус хәрби операция зонаһында булғанда егеттәр бындай техниканың мөһим икәнлеген белдерҙе. Был машиналар хәрби заданиены яҡшыраҡ үтәргә ныҡлы ярҙамсы, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡаласаҡ, яҡташтарыбыҙға нацизм менән көрәштә ышаныс өҫтәй, еңеүҙе яҡынайта, рәхмәт һеҙгә! – тип мөрәжәғәт итте етәксе. Артабан предприятие етәкселеге автомобилдәрҙең торошо, үҙенсәлеге менән таныштырҙы, нисек үҙгәртеп ҡоролоуы хаҡында һөйләне. Ысынлап та, предприятие хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур эш башҡарылған.
– Беҙ “шайморатовсылар” менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ. Техника уларҙың эскиздары буйынса эшләнде, теләктәрен мотлаҡ иҫәпкә алдыҡ. Нәҡ хәрби ҡорал һәм яралыларҙы ташыу өсөн ҡулайлы булһын тип тырыштыҡ, - тине, мәҫәлән, «Башнефтегеофизика» составына ингән “Сервис-Мастер” йәмғиәте директоры Илдар Ибраһимов.
Әлбиттә, компания бындай махсус техника етештереү буйынса йүнәлештә эш алып бармай – уның төп эшмәкәрлеге бөтөнләй геология разведкаһы һәм нефть сервисы йәки тыныс тормошта етештерелгән продукцияға бәйле. Әммә Ватан оран ташлағанда, предприятие хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ҡулайлашырға кәрәк. Ысынлап та, бөгөнгө көндә кем ниндәй һөнәр эйәһе, нимә менән шөғөлләнеүгә һәм ниндәй вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, берҙәм булып, яугир яҡташтарыбыҙға техника, ҡорал, продукция һәм башҡа бик күп исемлектән торған ярҙам күрһәтә. Еңеү ошондай берҙәмлек һәм ҡатнашлыҡ булғанда, мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!