Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
21 Май , 13:00

“Яугирҙәр тураһында хәстәрлек барыһын да хәл итә”

"Мин һәр ваҡыт Башҡортостан полкы тәжрибәһе тураһында иҫкә төшөрәм. Һәр аҙна һайын ике фура полк егеттәренә килә".

“Яугирҙәр тураһында хәстәрлек барыһын да хәл итә”
“Яугирҙәр тураһында хәстәрлек барыһын да хәл итә”

Билдәле хәрби хәбәрсе Сладков үҙенең телеграм-каналында төбәк батальондары тураһында видео төшөргән, шул иҫәптән Башҡортостан яугирҙәренә яҡташтарының ниндәй ярҙам күрһәтеүе тураһында һөйләгән.

“Мин һәр ваҡыт Башҡортостан полкы тәжрибәһе тураһында иҫкә төшөрәм. Һәр аҙна һайын ике фура полк егеттәренә килә. Мин үҙем республика етәкселәренең береһенең ирҙәр эргәһендә әңгәмәләшеп, бергә тамаҡ ялғағанын күрҙем. Мин уның алғы һыҙыҡта булыуына ла шикләнмәйем”,– тигән Сладков. Хәрби хәбәрсенең әйтеүенсә, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү бөгөн “барыһын да хәл итә”.

Бер төбәк кешеләренең бер подразделениеларға тупланыуын ул “дөрөҫ ҡарар”, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, хәрбиҙәргә ҡарата мөнәсәбәтте асыҡлау,  гуманитар ярҙамды илтеү ҙә уңайлыраҡ, командирҙар ҙа билдәле була бара. Тыуған яҡтың йылыһы, хәстәрлеге тураһында белеү контракт хеҙмәтенә барырғамы-юҡмы тип икеләнгәндәр өсөн дә мөһим. Хәрби хәбәрсе әйтеүенсә, хәҙер төбәктәрҙең алғы һыҙыҡтағы яҡташтары тураһында хәстәрлеге бик юғары кимәлгә күтәрелде.

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в