Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
25 Май , 20:30

"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"

Танк батальоны һәм зенит-артиллерия батареяһы хәрби әҙерлек урынына оҙатылды. 

"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"

Бөгөн Шишмә районында урынлашҡан “Патриот” хәрби-патриотик паркында Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонын һәм Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит артиллерия батареяһын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу сараһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Яңы подразделениелар Башҡортостанда формалаштырыла башлаған мотоуҡсылар полкы составына инәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан ветерандар махсус хәрби операция заданиеларын үтәгән хәрбиҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән подразделениелар төҙөү, уларҙы артабан республика полкына берләштереү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Башҡортостан Башлығы был тәҡдимдәрҙе хупланы.

Оҙатыу сараһында республика етәксеһе хәрбиҙәргә шулай тип мөрәжәғәт итте:

– Башҡорт ирекле полкын ойоштороуҙы дауам итәбеҙ. Ике батальон ялан күнекмәләре үтә лә инде. Бөгөн танк батальонын һәм зенит-артиллерия батареяһын хәрби әҙерлек урынына ебәрәбеҙ. Улар яҡташтарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Сергей Иванович Зорин һәм Шәриф Сөләймән улы Сөләймәнов исемдәрен йөрөтә. Был шәхестәребеҙ бөтә һуғышты үтеп, оҙон, матур, сағыу ғүмер кисерҙе. Улар менән ғорурланабыҙ. Ошо исемле подразделениеларҙа хеҙмәт итеп, үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәйәсәгегеҙгә ышанабыҙ.

Һеҙҙең ғүмерегеҙ һәм һаулығығыҙ – бөгөн республикабыҙ өсөн иң мөһиме. Шуға күрә һеҙгә хәрби заданиеларҙы лайыҡлы үтәй алһын һәм ғүмерҙәрегеҙҙе һаҡлар өсөн шарттар тыуҙырасаҡбыҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Бөгөн һеҙҙе ошо “Патриот” паркында илдең Ҡораллы Көстәре тарихын өйрәнеп, һуғыш сәнғәте оҫталығын ала башлаған малайҙар күҙәтә һәм һеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарай. Улар ҙа һеҙҙең кеүек ысын ир-егет булып үҫер.

Яугирҙәр алдында Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-майор Алексей Рагозин да сығыш яһаны.

Башҡортостан Башлығы хәрби подразделениелар командирҙарына байраҡтар тапшырҙы.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.

"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
"Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в