Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
1 Июнь 2023, 15:00

Африкала хеҙмәт итә

Хәҙерге ваҡытта ул  - Көньяҡ Суданда...

Африкала хеҙмәт итә
Африкала хеҙмәт итә

Май аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тыныслыҡ урынлаштырыусыларының  халыҡ-ара көнө билдәләнде. Тәүге тыныслыҡ миссияһы 1948 йылда булдырыла.

Тыныслыҡты һаҡлаусыларҙың маҡсаты – донъяны  хәүефтән, янауҙарҙан, ҡурҡыныс хәлдәрҙән һаҡлау. Ошо ҡыйыуҙар  араһында   яҡташыбыҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы буйынса бүлегенең полиция капитаны  Венер Шамил улы Дәүләтшин да бар, тип яҙа “Аургазинский вестник”.

Етди һайлап алыуҙарҙан һуң ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан саҡырыу ала. Илебеҙҙән тыныслыҡ урынлаштырыу миссияларында ҡатнашыуға 16 кеше мандат алған. Башҡортостандан –  бары Венер Дәүләтшин ғына.

Хәҙерге ваҡытта ул Көньяҡ Суданда хеҙмәт итә. Яҡташтары уны онотмай, һөнәри байрамы менән ҡотлап, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән.

Фото:”Аургазинский вестник”.

Африкала хеҙмәт итә
Африкала хеҙмәт итә
Африкала хеҙмәт итә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: