Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
1 Июнь 2023, 23:30

Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә “Башҡортостан” мотоуҡсылар ирекле полкы хәрбиҙәре, хәрби часть етәкселеге менән осрашты. Радий Хәбиров көн дауамында республика егеттәренең көнкүреше, хәрби уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынды, танышты, хәрби часть етәкселеге менән яугирҙәребеҙ көнкүреше буйынса һөйләште һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!

Фекер алышыуҙа армияның 25-се дөйөм ғәскәре командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-майор Андрей Серицкий, 67-се мотоуҡсы дивизия командиры, полковник Зөлфәт Ниғмәтйәнов, “Башҡортостан” мотоуҡсылар ирекле полкы командиры Роман Мостафин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов, транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, яугирҙәр күпләп яҙылған ҡала-район башлыҡтары ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, йыл башында хәрби хәрәкәттәр ветерандары Башҡортостан етәксеһенә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеп, яңы подразделениелар төҙөргә кәрәк, тип мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы был башланғысты шунда уҡ күтәреп сыҡты һәм бөгөн ошо башланғыс нигеҙендә төҙөлгән полк хәрбиҙәре менән осрашты ла инде.

– Беҙ һеҙгә ҙур команда менән килдек. Сәбәбе һәм төп бурыс – һеҙгә хәрби уҡыуҙар үтеү мәлендә яҡшы шарттар булдырыу. Был полкты төҙөгәндә республиканың һәр район-ҡалаһынан вәкилдәр яҙылды, һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр! Республика һәр ваҡыт һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙҙең ышаныслы таянысы буласаҡ! Был хаҡта борсолорға кәрәкмәй! Бөгөн генә Өфөлә Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы эшләй башланы – ул ошо таяныс булдырыуҙа тағы бер аҙым. Күнекмәләрҙе яҡшы үтеп, артабан лайыҡлы итеп хеҙмәт юлын үтеп, иҫән-имен ҡайтып етегеҙ! – тип мөрәжәғәт итте яҡташтарға Радий Хәбиров һәм ошо көндәрҙә тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе тәбрикләп үтте, Башҡортостан халҡынан сәләм дә күндерҙе.

Ә инде Александр Сандаловҡа “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Александр Сандалов 2022 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм яуҙағы батырлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин уны юғары награда менән бүләкләү тураһында указ сығарған!

Яугирҙәребеҙгә шулай уҡ офицерҙар ҙа йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:

– Илгә һынау килгәндә һеҙ, ысын ирҙәрсә ауыр, әммә мөһим аҙым яһанығыҙ һәм Ватанығыҙға тоғролоғоғоҙҙо һүҙ менән түгел, ә эшегеҙ менән дәлилләнегеҙ! – тип белдерҙе командир Андрей Серицкий һәм рәхмәт һүҙҙәре лә еткерҙе. Ул шулай уҡ республиканың хәрбиҙәребеҙгә ҡарата иғтибарын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте – Башҡортостан хәрби подразделениелар туплау буйынса беренсе булып килә! – тине ул һоҡланыуын йәшермәй.

Хәрби уҡыуҙар үткән яҡташтарыбыҙ, Радий Хәбиров билдәләүенсә, әле оҫталыҡ туплай. Кемдер махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе булған интсрукторҙар ярҙамында дрондар, улар менән идара итеү хаҡында белемен камиллаштырһа, кемдер икенсе төбәктә БМП, танкта йөрөргә өйрәнә.

Хәрби хеҙмәт – хәрби хеҙмәт, әлбиттә. Тәртип яҡшы, өс тапҡыр яҡшы туҡланыу ойошторолған, һатыу нөктәһе булдырыла. Шулай ҙа көндәлектә төрлө мәсьәләләр ҙә сығып тора. Ошондай проблемалар тураһында ла һөйләште республика етәкселеге яҡташтар менән. Һыу менән тәьмин итеү, ультра-тауышлы аппарат килтереү, мобиль теш кабинеты булдырыу һымаҡ мәсьәләләр күтәрелде. Республика Башлығы йәшәү шарттары, казарма менән танышҡан мәлдә был мәсьәләләрҙе коллегаларына тиҙ рәүештә һәм еренә еткереп хәл итергә күрһәтмә бирҙе. Әйткәндәй, полкка шулай уҡ Өфөнән килгән медицина ротаһы ла ҡушыла һәм килеп ҡушылғас та яугирҙәрҙең йәнә бер тапҡыр һаулыҡтарын тикшереп сығасаҡ. Әлеге ваҡытта Һамарҙа, Роман Мостафин белдереүенсә, бында Даян Мурзин, Таһир Күсимов, Сергей Зорин исемендәге батальондар, Мөғим Нағаев исемендәге артиллерия дивизион һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһы хәрбиҙәре тәжрибә нығыта.

Шул уҡ ваҡытта һалдат кешенең күңеле матди шарттарға ғына түгел, рухи аҙыҡҡа ла мохтаж – был йәһәттән Радий Фәрит улы тиҙ арала республиканың иң шәп артистары концерт менән килергә ашҡынып тороуҙарын белдерҙе.

Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Һеҙ – беҙҙең өсөн яҡын кешеләр!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в