Ғорурланабыҙ
12 Июнь 2023, 06:15

Беҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайҙар

Был байрам Тыуған илен һөйгән һәм ғорурланған һәр кемде берләштерә. 

Беҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайҙарБеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайҙар
Беҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайҙар

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлау ебәргән. Унда былай тиелә:

"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.

Беҙҙең ил һәр саҡ илһөйәрлек традициялары, халыҡтың беҙәмлеге һәм уның Ватанға фиҙакәр тоғролоғо менән ныҡ булды.

Был ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәр, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби батырлыҡтары һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ғорурлыҡ тойғоһо беҙҙең өсөн ышаныслы әхләҡи ориентир булып хеҙмәт итә, изгелек һәм ғәҙеллек хаҡына ҙур әһәмиәтле маҡсаттарға өлгәшергә, Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәре менән йәшәргә ярҙам итә.

Һеҙгә уңыштар һәм иң изге теләктәр теләйем.

Владимир Путин

***

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәргән. Унда былай тиелә: 

"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.

Был байрам Тыуған илен һөйгән һәм ғорурланған һәр кемде, шул иҫәптән үҙ иле өсөн ысын күңелдән борсолғандарҙы ла, берләштерә.

Бөгөн яуаплылыҡ, берҙәмлек, Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә ынтылыу һәр төрлө хәүефкә ҡаршы торорға, дәүләтебеҙҙе нығытыуға, үҫтереүгә, уның сәскә атыуына йүнәлтелгән стратегик бурыстарҙы хәл итеүҙә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. 

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Эшегеҙҙә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын.

Михаил Мишустин

***

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде Унда былай тиелә:

"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым!

Был байрам – беҙҙең берҙәмлек көнө, быуындарҙың күсәгилешлеге, һәр беребеҙҙең илебеҙ өсөн яуаплылығы тураһында иҫкәртеп торған көн ул. Тыуған илгә һөйөү беҙҙең эштәрҙә, эш һөҙөмтәһендә, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлектә, тормошто яҡшыраҡ итеү теләгендә сағыла. Барыһы ла тормошҡа ашырына ышанам.

Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем, бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

Игорь Комаров

Фото: glavarb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас