

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналда республика халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы.
"12 июнь – йылдың билдәле көндәренең береһе. Ул беҙҙең өсөн өс байрамды – Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһы көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн символлаштыра. Бөгөн байрам, әммә бер аҙ башҡа нимә тураһында, тарихи яҡтан бик әһәмиәтле нимә хаҡында әйтке килә.
Беҙҙең ил үҙенең үҫешен билдәләгән осорға аяҡ баҫты. Яңыраҡ баҫылып сыҡҡан Тышҡы сәйәсәт концепцияһында Рәсәй үҙен дәүләт – цивилизация тип билдәләй. Һәм был һис арттырыу түгел: беҙҙең ил – халыҡтарҙың ҙур берлеге, һәм уның мәҙәни йоғонтоһо бөтә донъяны биләп, биләмә сиктәренән алыҫҡа сыға.
Рәсәйҙең көсө уның үҙенсәлегендә. Ул бер үк ваҡытта көнбайышҡа, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡарап, уларҙан иң яҡшыны үҙләштерә, әммә үҙенсәлеген һаҡлай. Әлеге геосәйәси хәл Рәсәйҙе үҙенең тиңлеген көсәйтеүгә этәрҙе.
Бөгөн илдең төп бурысы – суверенитетты һаҡлау, үҙ идеалдарыңды һәм принциптарыңды яҡлау, үҙ үҫешеңә инвестицияларға нигеҙләнгән иҡтисадтың уңышлы моделен булдырыу. Быға өҫтөнлөклө маҡсаттар, рухи ҡиммәттәр тирәләй тупланып, бары үҙ көсөңә һәм донъяуи ҡараштарыңа иҫәп тотоп ҡына өлгәшергә мөмкин.
Башҡортстан илдең иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль үҫешендә терәк булып тора. Беҙ Евразияның йөрәге, талантлы кешеләр иле, эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы кластеры. Беҙ бергә потенциалыбыҙҙы асыу буйынса эшләйбеҙ. Был Өфөнөң юбилей алды йылында яҡшы күренә. Инфраструктура проекттары, социаль учреждениелар төҙөлөшө, ҡаланың тарихи үҙәген үҙгәртеп ҡороу граждандарҙың үҫешенә һәм уңайлы йәшәүенә оҙайлы инвестиция буласаҡ, ә һөҙөмтәлә бюджетҡа аҡса килтерәсәк.
Беҙ бергә Тыуған илде һаҡлап һәм үҫтереп, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итәбеҙ.Тап шуның өсөн үҙ ваҡытында Салауат Юлаев көрәшкән – тыуған төбәгенең именлеге, халҡына һәм тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата ғәҙел мөнәсәбәт өсөн. Беҙ бөгөн киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ, һәм бында – беҙҙең яҡташтар быуындарының өлөшө.
Рәсәй – беҙҙең һәр беребеҙҙә, ә бергә беҙ бөйөк цивилизация. Байрам менән, Рәсәй! Байрам менән, һөйөклө ҡалабыҙ!”
Фото: VK.com