

Салауат ҡалаһының ҡыйыу ир-аттары яуаплы ҡарар ҡабул итте – Ватанды һаҡлау өсөн Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына баҫты. Хәҙер улар Һамар ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә һәм оҙаҡламай алғы һыҙыҡҡа йүнәләсәктәр. Салауат ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау егеттәрҙең хәлен белеү, нимәгә мохтажлыҡтарын асыҡлау өсөн улар янында булды. Етәксе хәрбиҙәргә гуманитар йөк, алғы һыҙыҡта кәрәк буласаҡ бысҡыс, болгарка, балта, инструменттар, гигиена саралары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барҙы. Өҫтәүенә яҡындары ебәргән посылкаларҙы тапшырҙылар.
–Беҙҙең егеттәрҙең кәйефе күтәренке. Улар уңайлы кубриктарҙа йәшәй. Ялан шарттары булыуына ҡарамаҫтан, бөтә көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар. Улар яҡташтарынан ғаиләләрен онотмауҙарын, ярҙам итеүҙәрен үтенде. Хәрбиҙәргә һаҡлаусы кейем, бронежилеттар, каска, аяҡ кейемдәре кәрәклеген белдек, – тип һөйләне хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә Артур Рундау.
Туҡланыу һәйбәт, тик һыуҙың тәмһеҙ булыуы ғына оҡшап етмәй. “Тыуған яҡтың бер йотом булһа ла һыуын эсәһе ине!”– тип егеттәрҙең теләге менән уртаҡлашты хакимиәт етәксеһе.– Яҡташтарыбыҙ балаларҙан килгән хаттарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый, уларҙы хәрби билеттары менән бергә һалып ҡуя. Ҡайтҡас, ошо хат яҙған балаларҙы эҙләп табып, йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәт әйтергә вәғәҙә бирҙеләр”.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Фото: "Выбор" гәзите.