

Был көндәрҙә Пятигорск ҡалаһының "Машук" күп функциялы белем биреү үҙәгендә "Моя провинция" Бөтә Рәсәй журналистар фестивале үтте.
Мәртәбәле сара егерме йылдан ашыу инде телевидение, радио, баҫма матбуғат саралары журналистарының аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталығыңды камиллаштырыу майҙансығы булып тора. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта һүҙҙең көсө, баһаһы мәғлүмәти сығанаҡтарҙа төрлө маҡсатта ҡулланылғанда журналистарҙың халыҡ алдында яуаплылығы бермә-бер артты. Һәм быны бөгөнгө фестивалдә ҡатнашыусылар ҙа аңлай. Исклюзив материалдар эшләү, дөрөҫлөктө ялғандан айырыу, фейк яңылыҡтар, уҡыусыны нисек йәлеп итеү... Ошо һәм башҡа бик күп төрлө темаларға ҡайтып ҡалды фестивалдең быйылғы маҡсаты.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, быйыл фестивалдә тәүге тапҡыр "Башҡортостан" гәзите лә ҡатнаша. Коллегабыҙ, баҫманың баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина был көндәрҙә Пятигорск фестивалендә эшләй һәм сара хаҡында ул бына ниндәй тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Өс көн дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Пенза, Краснодар, Ингушетия, Липецк, Кострома, Салихард, Ҡурған, Воронеж һәм башҡа тарафтарҙан килгән коллегаларыбыҙ менән мәж килеп үҙ "ҡаҙаныбыҙҙа" ҡайнаштыҡ. "Төбәк журналистика мәктәбе" уҡыу семинары сиктәрендә Рәсәй журналистикаһы мэтрҙарының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ, тематик сығыштарын тыңланыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, аралаштыҡ, яңы таныштар таптыҡ... Ҡыҫҡаһы, фестивалдең геройҙары ла, сәбәпселәре лә, ҡунаҡтары ла үҙебеҙ булдыҡ.
Иң мөһиме, фестивалдән буш ҡул менән ҡайтылмай. "Башҡортостан" гәзитенең "Беҙ бергә" проекты "Тәжрибә уртаҡлашабыҙ" номинацияһында махсус дипломға лайыҡ булды. Был коллегаларымдың, "Башҡортостан" тип йән атып эшләгән һәм йәшәгән журналистарҙың эш һөҙөмтәһе", - тип хәбәр итте ул.
Афарин! “Башҡортостан” гәзите данының киң даирәләрҙә яңғырауы коллектив өсөн дә ғорурлыҡ.