Ғорурланабыҙ
1 Июль 2023, 13:00

Ялан батырҙарын барып күрҙек

Сәғәттең, минуттың ҡәҙерен белеп эшләй саҡмағоштар.  

Ялан батырҙарын барып күрҙекЯлан батырҙарын барып күрҙек
Ялан батырҙарын барып күрҙек

Район хужалыҡтарында әле мал аҙығы хәстәрләүҙең ҡыҙған мәле. Саҡмағоштар был йәһәттән республикала алдынғылар иҫәбендә.   

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен күреү, уларҙың кәйефен белеү маҡсатында Саҡмағош районының “Алға” ауыл хужалығы кооперативы-колхозына  юлландыҡ. Баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән был хужалыҡта әле мал аҙығы әҙерләү иғтибар үҙәгендә.

Хужалыҡ етәксеһе Фәнис Радик улы Маннанов әйтеүенсә, сәсеүлектәр бөгөн ямғырға мохтаж.

– 6500 гектар сәсеүлегебеҙ бар. Мал өсөн культуралар ҙур майҙанды биләй: силосҡа 700 гектарҙа кукуруз, сенажға 635 гектарҙа  бер йыллыҡ үләндәр сәстек. Бынан тыш бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, ҡарабойҙай, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ.  Быйыл ямғырҙарҙың аҙ булыуы былтырғы менән сағыштырғанда уңыштың аҙ буласағын күҙаллай. Әле төп маҡсат - етерлек күләмдә мал аҙығы туплау. Был эште ике аҙна самаһы элек бесәнгә төшөп башлап ебәрҙек. Үлән былтырғы менән сағыштырғанда йоҡа, ләкин үткән йылдағы запас беҙгә ярҙамға киләсәк. Сенажды башлағанға бер нисә генә көн. Малға етерлек булһын өсөн беҙгә уны 6500 тонна әҙерләргә кәрәк, – тип һөйләне хужалыҡ рәйесе.

“Алға”ла малсылыҡ тармағы ныҡлы үҫешкән. Хужалыҡта дөйөм һыйыр малдарының һаны 1400 баштан артып китә. Хужалыҡ һөтсөлөк йүнәлешендә эшләгәс, голштин тоҡомло малдар үрсетеүгә өҫтөнлөк бирә. Һөт кимәле юғары булһын өсөн ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, һыйырҙарҙы яҡшы туҡландырыу мөһимлеген дә билдәләне  Фәнис Радик улы. Һөт кимәле былтырғы менән сағыштырғанда күберәк. Үткән йылда  хужалыҡ буйынса тәүлегенә 10 тонна һөт тапшырылһа, быйыл был күрһәткес 11 тоннаға етә.

Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә лә үҙ өлөшөн индерә “Алға” хужалығы. Юлдарҙы ремонтлаумы, техника менән ярҙам итеүме, аҡсалатамы...  бер ҡасан да ситтә ҡалмайҙар. Мәктәп, клуб ремонтлауға ла үҙ өлөшөн индерәләр.

Хужалыҡта тир түккән  хеҙмәткәрҙәр менән күрешеп һөйләшеү форсаты тейҙе. Хужалыҡ зоотехнигы Алмас Аллаяров, водитель Рәмзил Дәүләтов, тракторсылар Данил Сахабин, Илсур Килмәмәтов, Илнур Шәрәфетдинов, Динар Мөхтәров – һәр береһе лә үҙ эшенә мөкиббән киткән ялан батырҙары.

Тоҙлоҡуш ауылынан Рәмзил Дәүләтов ауыл хужалығында 1980 йылдарҙан тир түгә.

– Армиянан ҡайтас, колхозға эшкә кергәйнем, хәҙер инде хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт етеп килә. Ауылда элек егеттәр араһында иң абруйлы һөнәр шофер ине бит, шуға уны һайланым да инде. Трактор ҙа, йөк машинаһы ла йөрөттөм. Ауылда  ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп донъя көттөк. Эшләгән кешенең баһаһы ҙур. Хеҙмәт өсөн шарттар яҡшы, – тип һөйләне ул.

Илде икмәкле, ризыҡлы иткән ауыл хеҙмәтсәндәренең тырыш хеҙмәте алдында баш эйерлек. Ауырлыҡтарҙы сыҙам ғына күтәрә белгән, хеҙмәт менән сыныҡҡан был һөнәр эйәләре һәр заманда ла абруйлы һәм кәрәкле.

Автор фотолары.

 .

 

 

Ялан батырҙарын барып күрҙек
Ялан батырҙарын барып күрҙек
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас