

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә түбәндәге яҙма менән бүлешкән.
"Алаторка ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр Эдуард Арыҫланов менән Михаил Дубровинға мемориаль таҡтаташ астыҡ, – тигән ул. – Митинг Алаторка ауылы мәктәбенең алдында ойошторолдо. Уларҙың һәр береһе – герой, улар ил саҡырыуы буйынса махсус хәрби операцияға юлланған. Яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ, уларға, беҙҙең яҡты тормошобоҙ өсөн, рәхмәтебеҙ сикһеҙ".
Гүзәл Насирова белдереүенсә, улар яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ҡарталары, өләсәләре, абзыйҙары, апайҙары, ғөмүмән, туғандары алдында баш эйә. Ил һаҡсылары мәңге хәтерҙә. Батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн Михаил Ленидович менән Эдуард Дамир улы, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Фото Гүзәл Насированың сәхифәһенән.