Ғорурланабыҙ
2 Август 2023, 07:45

Армия - тормош мәктәбе

"Патриот" паркында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән десантсылар көс һынаша.

Армия - тормош мәктәбеАрмия - тормош мәктәбе
Армия - тормош мәктәбе

Бөгөн Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы "Патриот" хәрби-патриотик паркында республиканың төрлө райондарынан десантсылар командалары көс һынаша.

Ҡатнашыусылар араһында Архангел районының Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов та бар. Ул сарала ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

- Беҙ алты кешенән торған команда менән сығыш яһаныҡ. Трасса ауыр, түҙемлеккә, сабырлыҡҡа һынау, физик әҙерлек кимәлен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Бер-береңә ярҙам итеп килеп сығаһың.

Бындай сара ойошторолоуына шатбыҙ, сөнки бер кем дә ҡала буйлап йә фонтан эргәһендә йөрөмәй, ә ҡаршылыҡтарҙа үҙен һынап ҡарай.

Хеҙмәт - тормош мәктәбе. Илһөйәрлекте, яуаплылыҡты тәрбиәләй. Беҙҙең Башҡортостанда илһөйәрҙәр күп. Минең ауылдан ғына 22 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша, улар араһында контрактсылар ҙа бар. Район халҡы уларға ай һайын гуманитар ярҙам оҙатып тора, - тине Айнур Хәсәнов.

Автор фотоһы. 

Армия - тормош мәктәбе
Армия - тормош мәктәбе
Армия - тормош мәктәбе
Армия - тормош мәктәбе
Армия - тормош мәктәбе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас