

Бөгөн, 2 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында булды. Ул унда Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам күптән инде халыҡ байрамына әүерелгән. Был бөйөк илебеҙҙең Ҡораллы көстәренең элитаһы байрамы. Әлбиттә, бөгөн беҙ бөтә ил менән һеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тип билдәләне сығышында Радий Хәбиров. - Быйыл беҙ тап ошонда, десантсы, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән «Патриот» паркында, десантсы-хәрбиҙәр менән осрашыу үткәрергә ҡарар иттек. Бөгөн бында уның ата-әсәһе Владимир Викторович һәм Алина Олеговна ла килде. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек! Улар шундай һоҡланғыс шәхес үҫтергән. Сағыу, матур егет. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ул беҙҙең арала түгел. Әммә шундай өлгө миҫалында күпме ысын ир-егеттәр үҫәсәк!
Бөгөн десантсылар өсөн үтә мөһим осор, сөнки улар махсус хәрби операция бурысын һөҙөмтәле үтәүсе көстәрҙе тәшкил итә. Белеүегеҙсә, беҙҙең республиканан бер нисә батальон төҙөлдө. Уларҙың береһе Рәсәй Геройы, десантсы Александр Доставаловтың исемен йөрөтә. Был да символик мәғәнәгә эйә.
Яңыраҡ беҙ «Хәрби туғанлыҡ» союзының Әлшәй бүлексәһе ветерандарының МХО-ла ҡатнашып һәләк булған Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемен йөрөтәсәк тағы бер батальон булдырыу тураһындағы башланғысын хупланыҡ”.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө хәрби бәрелештәрҙә изге бурысын үтәгәндә һәләк булған, тыныс тормошта баҡыйлыҡҡа киткән десантсыларҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алды. Төбәк Башлығы йыл һайын Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн ошо паркта билдәләргә тигән тәҡдимен дә еткерҙе.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бынан тыш, Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Рагозиндың Рәхмәт хаттары менән Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Илнар Әхмәтов менән Алмаз Шәйбәковтың ҡаҙаныштары билдәләнде. Улар - юғары уҡыу йортоноң «Студент гвардияһы» командирҙары һәм патриотик саралар ойоштороуҙа ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары.
Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru