Ғорурланабыҙ
2 Август 2023, 18:15

Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ

Ул бөгөн Еңеү паркындағы сарала ҡатнашҡан.

Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡДесантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ

Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған сара үтте. Унда “Десантсылар быуыны союзы” һәйкәленә сәскә һалдылар.

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 93 йыллығына арналған сарала Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡала хакимиәте вәкилдәре, Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрбиҙәр һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары, балалары ҡатнашты.

Был сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 99 йәшлек Николай Васильевич Васильев та килгәйне. Ул 1942 йылда Һауа-десант ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алына. Бөтә һуғышты үтә, Киев йүнәлешендәге 3-сө Украина фронты составында разведчик була. Киев, Днепрҙағы көслө яуҙарҙа ҡатнаша. Вена, Будапешт ҡалалары өсөн алыша. Демобилизациянан һуң Өфө килеп төпләнә, ғаилә ҡоро. Ветеран “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. Быйыл ноябрҙә уға 100 йәш туласаҡ.

Фото мәғлүмәт сығанағы: ufacity.info/press/news

Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Десантсыға быйыл 100 йәш туласаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас