

Башҡортостандан 16 йәшлек спортсы Илья Кандалин грек-рим көрәше буйынса донъя беренселеге чемпионы булды.
Ярыштар Истанбулда үтте һәм унда 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһы көрәш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илья, Әрмәнстандан Артур Браун менән осрашты һәм ваҡытынан алда 9:0 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Бынан алда, йәш яҡташыбыҙҙың, грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә еңеүсе икәне билдәле ине. Хәҙер инде, 16 йәшендә генә ул, өс тапҡыр Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, Европа беренселегенең бронза, алтын призеры һәм донъя беренселеге чемпионы!
Фотолар: "Башинформ"дан.