

Һүҙ үҙенән-үҙе патриотизм темаһына күсә. Уның фекеренсә, беҙгә Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған олатай, ҡартолатайҙарыбыҙ өлгө булырға тейеш. Уның ике олатаһы ла һуғыш ветераны. “Үлемһеҙ полк”ка ул һәр саҡ ҡартатаһы Муллахан Хәйерзаманов портретын тотоп сыҡҡан. Бала саҡта әсәһенең Борайҙан Өфөгә мәңгелек утты күрһәтергә алып килгәнен иҫләне “Шаман”. Уйлаһаң, ысынлап та, ошо ябай ғына мәлдәрҙән Тыуған илгә һөйөү уяналыр ҙа.
– Китап уҡыу мәҙәниәтендә, патриотик кино сәнғәтендә үҫкән быуын илен нығыраҡ ярата, тип уйлайым мин, – тип Вәдүт, китап, киноларҙы һанарға тотондо.”Они сражались за Родину”, “В бой идут одни старики”, “Молодая гвардия”... исемдәре генә һәр малайҙы ятҡан еренән торғоҙоп, ҡулына ҡорал алып, илен һаҡлар өсөн бер сафҡа баҫтырырға мөмкин бит.
Ә бөгөн арала ҡайһы берәүҙәр... һаман көтә: “Бәлки, донъялар үҙгәреп китер“, – тип көтә, “илемдә илемде һағынам”, тип үткәндәрен көтәләр, "ауып барған кәртәне йә Путин, бәлки Пушкин рәтләр”, тип көтә... үҙе рәхәтләнеп хөкүмәтте һүгә, "арба ватылһа утын, табырбыҙ әле берәй хутын” тип көтә... Күктән, интернет селтәренән көтәләр, нимә көтәләр – үҙҙәре лә белмәй, шулай ҙа илен һаҡларға барыусыларҙың хаҡлығын имгәтеп нимәләр көтәләр, беҙ бары һуғышҡа ҡаршыбыҙ, тип нимәлер көтәләр... Нимә ул Ватан?
“Ватан – ул беҙ йәшәгән ауылдар һәм ҡалалар, күккә ашҡан тауҙар, сылтырап аҡҡан шишмәләр... Кеше был донъяға тыуыу менән үҙенең иң ҙур байлығын – Ватанын мираҫҡа ала. Ул ғүмеребеҙ кеүек берәү генә. Уны үҙгәртеп тә, алмаштырып та, яңыртып та булмай. Үҙеңә ата-әсәңде һайлап ала алмаған кеүек, һин Ватаныңды ла һайлап ала алмайһың. Ватан да, яҡшымы ул, насармы, һине бәхетле итһә лә, йәки бәхетһеҙлеккә дусар итһә лә – ул һинең яҙмышың. Һин уны нисек бар, шулай ҡабул итергә тейешһең. Бары менән риза булып, уның лайыҡлы улы булып ҡалырға һәр саҡ бурыслыһың. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр ҡайғылы минуттарҙа ла, һин генә уның терәге – шулай тип өйрәтә торғайнылар мәктәптә. Әле лә шулайҙыр. Тик...
“Ватан” төшөнсәһен тулы мәғәнәлә аңламағандар ҙа етәрлек. Тыуған илде “кормушка”, ашатаусы, туйҙырыусы итеп кенә күреүселәр бар арабыҙҙа. Ундайҙар һәр саҡ тормоштан ҡәнәғәт түгел, илде, кемделер һүгәләр. Үҙҙәре һис тә ғәйепле түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ (дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс): илде, етәкселекте һүккән һайын ул “аҡыллы баштар” үҙҙәрен “демократичен”, улай ғына түгел, Азатлыҡтың иң бөйөк көрәшсеһе, тип уйлай. Быныһына түҙергә була, тик бына уларҙың башҡаларға шул фекерҙе тағырға маташыуы хәүефле. Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер, тигән әйтем дә бар. Халыҡ зирәк ул, уларҙың 80-90 проценты Путин яҡлы икәнен онотмайыҡ.
Мин аҡтан-аҡ, мин сафтан-саф, мин һуғышҡа ҡаршы, имеш, берәү. Ул иғәнә һалмай, ярҙам итмәй... Һәләк булып ҡалған улан хаҡында мәғлүмәт күрһә, тағы ла ҡорбан, тип яр һала. Юҡ, улар дошман еңеүен дә теләмәйҙер, бәлки, тик улар үҙҙәренең ахмаҡ принциптарының ҡоло булып, аңды томалай. Һаман көтәләр. “Ждундар”, шайтан алғыры. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Мин дә һуғышҡа ҡаршы, мин дә пацифист. Тик илем ни күрә – шул яҡлы.
Һөйләшеп килә торғас, үҙемә ҡыҙыҡ ҡына мәғлүмәт астым. Һуғышта ҡорбан булғандарҙы “ике йөҙөнсө” (“йөк 200”) тип йөрөткәндәрен ишеткән бар ине. Ә бына хәрби часынан ҡасыусыларҙы “500-сөләр” тип йөрөткәндәрен белмәй инем. Яраланыусылар – “300”, ябай сирлеләрҙе, ваҡытлыса ауырыусыларҙы “100-сөләр” тип йөрөтәләр икән. Быны белергә кәрәк, сөнки һуңынан һалдаттар менән һөйләшкәндә был һандар теле менән дә аралашырға тура киләсәк.
Дебальцевоның коменданты тамырҙары менән Башҡортостандан икән, атаһы Дүртөйлө тарафтарынан. Беҙҙең егеттәр бәләгә тарығас, “Шаман” араларға барған. Хәл ҡатмарлашып китеп коменданттың үҙен саҡырырға булғандар. Тегенең менән һөйләшә, аңлаша торғас, “Шаман” менән икеһе бер яҡтан икәнен белеп ҡалғандар һәм егеттәрҙе тиҙ үк ебәргәндәр. Ана шулай, ҡайҙа ла яҡташлыҡ-туғанлыҡ кәрәк шул.
– Үлгән егеттәрҙең туғандарына ҡара ҡағыҙҙы һеҙ ебәрәһегеҙме? – тип һорайым.
– Юҡ, Оборона министрлығы хәбәр итә. Мәйетте яу яланынан алып сыҡҡас, ҡайҙа алып китәләр – беҙ белмәйбеҙ. Медицина ротаһы уларҙы, ғәҙәттә, Ростовҡа, мәйетханаға, оҙата. Ярыу, кәрәк икән генетик экспертизалар ярайһы уҡ ваҡытты ала. Оҙаҡ процесс был. Шунан һуң ғына хәбәр ебәрәләр.
– “Шаман”, беҙ бына бронежилет кейгәнбеҙ, ә һеҙ нишләп юҡ? –үҙем ауыр тимер кейемемде көскә күтәреп, рәтләп алам. Был кейемдә үҙемде панцирын һөйрәп йөрөгән ташбаҡаға оҡшатам. Үҙемде бигерәк йәпһеҙ тоям. Бындай хәлдә, ишеү автомат тотоп, кеҫәләренә тулы магазин, граната ҡыҫтырып, нисек йүгермәк кәрәк, тип уйлап алам. Сиске, ҡотолғо килә үҙенән. Тик ярамай.
“Шаман” рәхәтләнеп көлә.
– Беҙ өйрәнгәнбеҙ инде. Алғы һыҙыҡта, обстрел башланһа, кейәбеҙ. Кейеп дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, үҙегеҙҙе ышаныслы тоясаҡһығыҙ.
– Кисә Азат Шамилевич, каска алмағанһығыҙ, ярай, тегендә һалдаттар бик кеймәй ул, уларҙыҡын кейерһегеҙ, тип көлә ине. Миндә бер һорау тыуа, – тип йәнләнеп китте Вәдүт тә. – Беҙ урынлашҡан Красный Луч тыныс урын һанала, фронт линияһынан йыраҡ кеүек, бер уйлаһаң, ракета унда ла килеп еткән бит. Ҡунаҡхананы әйтәм.
– Американдарҙың “һаймарс”ы ул, алыҫҡа оса торғаны.
– Улар күрә-белә тыныс халыҡҡа ебәргән булып сыға түгелме? – мин аптырайым.
– Шулай. Ул бина ҡунаҡхана ғына түгел, икенсе ҡатта ғына ситтән килеүселәр ҡунып сығырға мөмкин ине, ә бит беренсе ҡатта сауҙа нөктәләре, бөҙрәхана, маникюр-педикюр (был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыҙыҡ һымаҡ) кеүек хеҙмәттәр бар ине. Белә-күрә осоралар. Халыҡты ҡырыр өсөнмө, ҡурҡытыр өсөнмө – вәхшилек инде. Г.-кала (иртәгә беҙ унда барасаҡбыҙ) күпме "прилет" булды. Зайцево тигән шәхси секторға ла осоралар.