

10 августа Республика йортонда Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашты. Улар Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһында икенсе башҡорт батальоны төҙөргә тәҡдим итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Росгвардия структураһындағы Салауат Юлаев исемендәге батальонды 2022 йылдың октябрендә Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы Артур Йомағужин, көс структуралары офицерҙары, Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандары инициативаһы менән ойоштора башлағайнылар.
Салауат Юлаев исемендәге батальондың йәмәғәт штабына бөгөн дә хеҙмәткә ҡабул итергә теләк белдереп ғаризалар килә. Тик хәрби формированиеның штат расписаниеһы яңы һалдаттарҙы ҡабул итә алмай.
Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветерандарының был инициативаһын хупланы һәм яңы батальон хәрбиҙәре лә республиканан тулы пакет ярҙам аласаҡтарын белдерҙе.
- Беҙҙең Росгвардия составында бер батальон бар, егеттәр лайыҡлы хеҙмәт итә. Беҙ Салауат Юлаев исемендәге тағы бер батальон төҙөүҙе хупларға ҡарар иттек. Республиканан бөтә төр ярҙам саралары уға ла ҡағыласаҡ, - тине төбәк етәксеһе.