Ғорурланабыҙ
14 Август 2023, 14:50

Радий Хәбиров “Рәсәй Армияһы”нда ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә “Рәсәй Армияһы” Халыҡ-ара хәрби-техник форумында ҡатнашты. Ул “Патриот” конгресс-күргәҙмәләр комплексында бара.

Радий Хәбиров “Рәсәй Армияһы”нда ҡатнаштыРадий Хәбиров “Рәсәй Армияһы”нда ҡатнашты
Радий Хәбиров “Рәсәй Армияһы”нда ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә “Рәсәй Армияһы” Халыҡ-ара хәрби-техник форумында ҡатнашты. Ул “Патриот” конгресс-күргәҙмәләр комплексында бара.

Республика етәксеһе заманса ҡоралдар һәм техника өлгөләре ҡуйылған күргәҙмә зонаһын ҡараны. Ул шулай уҡ форумды тантаналы асыуҙа һәм илдең оборона сәнәғәте комплексын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән пленар ултырышта ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең видеотәбрикләүен ебәргән. Ил етәксеһе был сараның абруйы ҙур булыуын һәм хәрби тәғәйенләнештәге техниканың донъялағы иң ҙур күргәҙмәһе булыуын билдәләне.

“Һуңғы йылдарҙа форумда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Был – хәрби-техник хеҙмәттәшлектең, оборона сәнәғәтенең сағыу ваҡиғаларының береһе. Беҙгә  уларҙы ҡарауы ҡыҙыҡлы булды, сөнки, моғайын, күпселек техник әйберҙәрҙә Башҡртостанда етештерелгән элементтар ҙа бар. Бигерәк тә авиацияға ҡағылышлы булғандарында. Был, әлбиттә, Рәсәйҙең Оборона министрлығы етәкселеге менән аралашыу форсаты ла бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам тураһындағы мәсьәләләрҙе лә тикшерҙек”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас