Ғорурланабыҙ
29 Август 2023, 13:00

Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яҙ көнө тиҫтәнән ашыу плащ-палатка оҙаттыҡ, ә әле ебәргән стоматологик компрессорҙы теш дауалау аппаратының  йөрәге тип атарға мөмкин...".

Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙАртабан да ярҙам итергә әҙербеҙ
Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ

Ошо көндәрҙә Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына 35-се гуманитар ылау юлланды. Башҡа кәрәк-яраҡтарҙан тыш, ылау составында ундан ашыу бөтә ерҙән дә үтә алған автомобиль бар.

Шулай уҡ ылауҙа яҡташтарыбыҙ өсөн һыу мискәләре, ағас материалдар, электр ҡорамалдары, маскировкалау селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, кейем-һалым, медикаменттар, шулай уҡ туғандарынан посылкалар оҙатылған.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы Красный Луч ҡалаһындағы  колледждар һәм Петровское махсус мәктәп-интернатына кәнсә кәрәк-яраҡтары, мәктәп һәм спорт кейеме, офис ҡағыҙҙары, алты төр туҡыма, музыкаль һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, шулай уҡ китаптар ебәрһә, Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһы коллективы шефлыҡҡа алынған ҡаланың стоматология клиникаһына медицина ҡорамалдары тапшырған. Медицина ойошмаһының баш табибы Альфред Аҙнағолов билдәләүенсә, уларҙың коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Башҡортостан шефлыҡ алған Красный Луч ҡалаһына тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Унан тыш, улар тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан хәрбиҙәргә лә даими стоматология ярҙамын күрһәтә.

 –  Беҙҙең поликлиникала теш һәм ауыҙ ҡыуышлығын сифатлы диагностикалау һәм дауалау өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар, учреждение заманса медицина техникаһы, мәғлүмәт технологиялары менән йыһазландырылған. Шулай ҙа поликлиниканың иң ҙур табышы  - унда эшләүсе белгестәр. Беҙҙә тәжрибәле, юғары профессиональ кимәлен ғәмәлдә иҫбатлаған квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары тупланған. Коллективтың берҙәм һәм татыу, ярҙамсыл булыуын да билдәләп үткем килә. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яҙ көнө тиҫтәнән ашыу плащ-палатка оҙаттыҡ, ә әле ебәргән стоматологик компрессорҙы теш дауалау аппаратының  йөрәге тип атарға мөмкин - унһыҙ ҡоролма эшләмәй. Красный Луч ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Сергей Перепилица беҙгә хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан да хәлдән килгәнсә уларға ярҙам итергә әҙербеҙ, –  ти Альфред Айса улы.

Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһы –  баш ҡалалағы ҙур медицина ойошмаларының береһе, йөҙ меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Дауалау-профилактика эшенән тыш, поликлиника 123 меңдән ашыу кешегә ортопедик ярҙам күрһәтә, 900 меңгә яҡын гражданға йәшәү урынына бәйле булмайынса тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ стоматология ярҙамын күрһәтеү ойошторолған. Унан тыш,  поликлиника табиптары Өфө ҡалаһының Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса хәрби комиссариат бүлегендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға тикшереү үткәрә.

Фото: Альфред Аҙнағолов.

Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ
Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ
Артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас