Ғорурланабыҙ
6 Сентябрь 2023, 16:00

Бына шундай оҫта бар!

Үҙ ҡулдары менән картуф сәскес, картуф сығарғыс, иген елгәргес, утын ярғыс һәм башҡа бик күп ҡорамалдар эшләгән. Кем ул тиһегеҙме?

Бына шундай оҫта бар!Бына шундай оҫта бар!
Бына шундай оҫта бар!

Тормошто еңеләйтеүсе ҡорамалдар уйлап табыусы кешеләр булғанға күрә беҙҙең бөгөнгө көнкүрешебеҙ алға киткән. Тиҙ ҡайнап үҙе һүнеүсе сәйнүктәр, керҙе йыуып киптереүсе машиналар һәм башҡа бик күп әйберҙәр уйлап табылған. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ла ауылдағы хужалыҡ эштәрен еңелләштереү өсөн төрлө техника эшләүсе ағай йәшәй.

Хәлит Сәләмов үҙ ҡулдары менән картуф сәскес, картуф сығарғыс, иген елгәргес, утын ярғыс һәм башҡа бик күп ҡорамалдар эшләгән.

Ә бөгөн иһә мал аҙығы әҙерләүсе техниканы тәүге тапҡыр эшләтеп ҡаранылар. “Буяп, ҡапҡас яһап ҡуяһы бар әле, эшләтеп кенә ҡараныҡ”, – ти хужабикә. Зөлфиә һәм Хәлит Сәләмовтар малға ашатыуға сөгөлдөр сәсеп үҫтерә. Ҡыш буйына етерлек туҡлыҡлы һәм файҙалы аҙыҡ. Сөгөлдөрҙө ярғылап ашатыуға эштәрен еңеләйткән бик ҡулайлы ҡорамал килеп сыҡҡан.

Хәлит ағай тураһында тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ.

Видео Сәләмовтарҙың ғаилә архивынан.

Бына шундай оҫта бар!
Бына шундай оҫта бар!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас