

Мансур Вәлиев – тыумышы менән Мәсетле районының Тайыш ауылынан. Ул ғүмере буйы Мәскәүҙә йәшәгән, тыуған яғына ҡайтып төпләнеүенә бер йыл тирәһе. Әйткәндәй, тиҙҙән Мансур Ғәли улына 98 йәш тула.
Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағынаса ҡатнашҡан, һуғыш бөткәс тә хәрби хеҙмәттән өйҙәренә ҡайтармай тотҡандар, шулай итеп армия хеҙмәте һуҙылған.
– Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәне, миңә төплө белем һәм күркәм тәрбиә биреүгә күп көс түкте, – тип һөйләй Мансур Вәлиевтең ҡыҙы Вера апай. – Тик бына әсәйем Мария Алексеевна арабыҙҙа юҡ инде. Ауыл тормошо атайыма ныҡ оҡшай, Тайышҡа килеп төпләнгәс, уның күҙҙәренә нур ҡунды, хатта йәшәреп киткәндәй тойолдо.
Фото: Илдар Аҡъюлов.