Үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды. Унда республика етәксеһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына арналған сараларҙа ҡатнашты. Шулай уҡ Радий Хәбиров был көндө махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты. Был хаҡта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов белдерә.
“Осрашыу мәлендә махсус хәрби операцияла өлөшләтә мобилизация буйынса ҡатнашҡан егеттәрҙең береһе ял көндәрендә никахы буласағы тураһында хәбәр итте. Радий Фәрит улы йәш парҙың никахына бүләк вәғәҙә итте. Бүләк - ҙур телевизорҙы шәмбе, никах көнөндә тапшырҙым. Йәштәр бүләкте ҡыуанып ҡабул итте һәм рәхмәттәр еткерҙе.
Бәхетле булығыҙ! Ғаилә башлығы имен-һау Еңеү менән ҡайтһын!” – тип белдерҙе Данил Акилов.
Изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм йәш ғаиләгә бәхет теләп ҡалабыҙ!
Фото: Данил Акилов сәхифәһенән.