+24 °С
Ямғыр


“ГеоВызов” халыҡ-ара геологик чемпионатта Көнсығыш-Ҡаҙағстан техник университеты студенттарынан торған Ҡаҙағстан командаһы ла ҡатнаша.
Студенттарға Ишембай районы төҙөгән этноихата бик оҡшаған. Дастан Турсунгалиев Черныш ҡушаматлы атты ла эйәрләп ҡараған.
-Бала сағым ат өҫтөндә үтте. Мин уларҙы яҡшы тоям һәм аңлайым. Башҡорт тоҡомло аттар бейек түгел, ныҡ һәм сыҙамлы.Чемпионат беҙгә оҡшаны. Төбәктәрҙән ҡатнашыусылар күп. Ярыштар һәм мәҙәни саралар күп төрлө, тп һөйләгән егет.